Бөтә яңылыҡтар

Тотош ауыл менән байрам иттек

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан Мәҙәни башланғыстарҙың Президент фонды конкурсында еңеп сыҡҡан “Этносәйәхәт: милли мәҙәниәт һәм йолалар менән танышыу” проекты сиктәрендә йәнә бик матур сара үткәрелде.

Тотош ауыл менән байрам иттек
Тотош ауыл менән байрам иттек

Уға әҙерлек барышында ысын тирмә урынлаштырылып, ауыл уңғандарының ҡул эштәре күргәҙмәһе ойошторолдо. Уңған хужабикәләр эҫе көндә балалар һыуһап йөрөмәһен өсөн төрлөһөнән компот, морс әҙерләп ҡуйғайны. Байрамға Яңғыҙҡайын урта мәктәбе янында ойошторолған ял лагерындағы, балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр, ғөмүмән тотош ауыл балалары саҡырылды. Балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре һәм йәйге лагерға йөрөүсе балалар отрядтарға бүленеп, вожатыйҙары һәм тәрбиәселәре менән бергәләп йыр-бейеүҙәр әҙерләп килгәйне.
Башта улар тирмәлә күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәре менән танышып, оҫтабикәләр ойошторған оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Ҡыҙҙар йөн иләп, бәйләргә өйрәнһә, малайҙарға ағасҡа һырлы биҙәктәр төшөрөү оҡшаны. Самауырҙа сәй ҡайнатырға ла өйрәнделәр. Ихатала иһә уларҙы төрлө әкиәт геройҙары ҡатнашлығында күңелле уйындар көтә ине. Балалар үҙ һөнәрҙәрен күрһәтеп, рәхәтләнеп йырланы-бейене, төрлө ярыштарҙа һәм уйындарҙа ҡатнашып, таһыллыҡта, тапҡырлыҡта, етеҙлектә көс һынашты. Кемдәрҙер һүрәт төшөрөү буйынса ярышты. Улар өсөн ойошторолған уйындарға хатта ололар ҙа ҡушылып китте. Конкурстарҙа еңеүселәргә дипломдар һәм бүләктәр тапшырылды. Хәйер, байрамда ҡатнашыусы бер бала ла бүләкһеҙ ҡалманы был көндө. Һуңынан күмәкләп төрлө тәмлекәстәр менән самауыр сәйе эстек. Был сара балалар ғына түгел, ауыл халҡы өсөн дә оло бер байрам булды һәм һәр кем уны ойоштороусы Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһе үҫешенә ярҙам итеү фонды “Ҡайын” МУП-ы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә рәхмәтле булып таралышты.
Рәмзиә НАСИРОВА,
“Ҡайын” муниципаль предприятиеһы етәксеһе.

Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас