Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
30 Август 2025, 10:00

Тарих ҡулсаһына сәйәхәт

Район мәҙәниәт йортонда урынлашҡан Тарих - тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, Ватанды һаҡлаусылар йылы һәм МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам йылына арналған күргәҙмә эшләй.

Тарих ҡулсаһына сәйәхәт
Тарих ҡулсаһына сәйәхәт

Күргәҙмә олатайҙар-ҡарт олатайҙарҙың батырлығы менән бөгөнгө замандаштарыбыҙҙың ҡаһарманлыҡтарын тоташтырыусы, дәүерҙәрҙе берләштереүсе күпер булып беҙҙе тарих ҡулсаһына алып инә.
Бөйөк Ватан һуғышына арналған экспозицияла ул осор кешеләр яҙмышы тарихын һаҡлаған өсмөйөшлө хаттар, яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре, фотоһүрәттәр, документтар менән танышырға була. “Хәтер сумаҙаны”нда иһә һуғыш осоро ҡомартҡылары тупланған. Күргәҙмәлә шулай уҡ 1941-1942 йылдарҙа районыбыҙҙа төҙөлөп, хәрби әҙерлек үткән легендар 219-сы Идрица уҡсылар дивизияһы ветерандары менән дә танышырға була.
Бөгөнгө көн Геройы – яҡташыбыҙ Андрей Мигуновтың тормош юлы менән танышыу мөмкинлеге лә бар күргәҙмәлә. Уға арналған экспозицияла уның шәхси әйберҙәре, кителе, дәүләт наградалары урын алған.
Ошонда уҡ А.П.Мигунов исемендәге эҙәрмәндәр отрядының эшмәкәрлеге тураһында һөйләгән экспозиция ла урын алған.
Ғөмүмән, күргәҙмә күп яҡлы һәм бик бай. Ысын мәғәнәһендә ҡаһарманлыҡ, илһөйәрлек дәресе, тарихи ваҡиғалар сағылышы булған күргәҙмә 21 сентябргә тиклем эшләй. Килегеҙ, күрегеҙ, танышығыҙ, үкенмәҫһегеҙ.

Мәрхәбә Собханғолова.

Тарих ҡулсаһына сәйәхәт
Тарих ҡулсаһына сәйәхәт
Тарих ҡулсаһына сәйәхәт
Тарих ҡулсаһына сәйәхәт
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас