Үҙенең илһамлы шиғырҙары менән әсир иткән Тәнзилә Сәлих ҡыҙы сара башында ниндәй ниәт менән йөрөүҙәрен еткереп: “Ҡәҙерле балалар, бына беҙ Өфөнән үҙебеҙҙең матур делегация менән һеҙҙең янығыҙға килеп еттек. Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе Айгиз Баймөхәмәтовтан ҡайнар сәләмдәр алып килдек. Бөгөн Таңсулпан Хизбулла ҡыҙының студент, үҙемдең йәш саҡтары иҫкә төшөрөп Мәжит Ғафури төйәгенә – Еҙем-Ҡаран ауылына ла кереп сыҡтыҡ, музейҙа булдыҡ. М.Ғафури ижады ысынында ла мәңгелек. Күпме быуаттар үтһә лә ул актуаллеген юғалтмай, уның ижадын яратып уҡыйбыҙ, иҫләйбеҙ. Һеҙҙең арала ла шиғыр, әҫәр, хикәйәләр яҙыусылар булһа, беҙгә мөрәжәғәт итегеҙ. Ғафури районы таланттарға бай. Райондан ғына ла дүрт халыҡ яҙыусыһы сыҡҡан. Ошо төбәктә Башҡортостандың әҙәбиәтен артабан да дауам итеүселәр табылыр тип уйлайым. Бөгөн һеҙҙең янығыҙға килеүебеҙгә ҡыуанабыҙ, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыуығыҙға рәхмәтлебеҙ”, - тине һәм гимназияға яҙыусылар союзы исеменән яңы сыҡҡан китаптар бүләк итте, шулай уҡ һорауҙарға яуап биреп ҡасандыр Красноусолда йәшәп, эшләп алыуы, ике йыл Еҙем-Ҡаран мәктәбендә уҡытыуы хаҡында, шуға ла был яҡтар ҡәҙерле, яҡын булыуы хаҡында әйтеп үтте, һуңынан илһамланып шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
- Мәктәптәр бөгөн иң ҙур ойошма, иң бейек урын һанала, гимназиялар милләттең телен, рухын, йөҙөн һаҡлаусы рух үҙәге булып тора, - тип башланы үҙенең сығышын башҡорт әҙәбиәтенең һирәк тә, маһир ҙа, көслө рухлы ла, күренекле лә шәхестәренең береһе Таңсулпан Ғарипова. – Кемдер Красноусолда донъяға билдәле шифахана ла бар тип әйтер. Шифахана тик билдәле физик органдарҙы сәләмәтләндереү учреждениеһы, ә мәктәптәрҙә киләсәк быуын, рух тәрбиәләнә. Шуға ла был осрашыу ҙа бушҡа түгелдер. Ат бер баҫҡан ергә өс баҫа, тигәндәй, мин Ғафуриға икенсе генә баҫыуым. Беренсе тапҡыр БДУ-ла 1-се курста уҡығанда Еҙем-Ҡаран ауылына колхоздың үҫтергән игенен таҙартырға килгәйнек. Шунда һалам, ҡабыҡ башлы өйҙәрҙе күрҙем. Йәшәргә өйөнә кереткән апай М.Ғафуриҙы яҡындан белгән апай булып сыҡты. Уға һорауҙар биреп, уның һөйләгәндәрен йотлоғоп тыңлағаныбыҙ әле лә иҫтә. М.Ғафуриға ихтирам ҙур, уның шиғырҙарын ятлап, уҡып үҫкәнбеҙ. Ул онотола торған шағир түгел, үҙе хеҙмәтсән халыҡ араһынан сыҡҡан һәм ғүмеренең аҙағынаса ижадын халҡына бағышланы. Уның башҡорт әҙәбиәтендә тотҡан роле бик ҙур һәм районығыҙға исем биргән, башҡорт академия драма театры, Өфөлә иң ҙур баҡса уның исемдә, музей эшләп килә, иң мөһиме – беҙ уның исемен һаҡлайбыҙ, - тип һөйләп үтте Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы Мәжит Ғафури менән бәйле хәтирәләре менән уртаҡлашып. Шулай уҡ “Бөйрәкәй” роман-эпопеяһының Марсель Ғафуров тәржемәһендә “Буренушка” булып рус телендә сығыуын, үҙ тормошо һәм ижады менән бәйле төрлө мауыҡтырғыс ваҡиғаларҙы һөйләне, һорауҙарға ентекле яуаптар бирҙе, хатта бала саҡта яҙған тәүге “Яҙ” исемле шиғырын да һөйләп ишеттерҙе.
Яҡташыбыҙ, юмор һәм сатира оҫтаһы, әлеге көндә театр сәхнәһендә барған “Йырланмаған йырым һин” спектакле авторы Венер Айҙар улы Исхаҡов ихласлыҡ менән үҙе һәм ижады менән таныштырҙы, уҡыусыларҙы яҙышырға әйҙәне, уларҙың һорауҙарына ҡыҙыҡлы яуап та ҡайтарҙы. Залдағыларға “Шоңҡар” журналының төрлө һандарын таратып, милли матбуғатҡа әүҙем яҙылырға саҡырҙы.
Үҙе лә әҙәбиәт донъяһына ғашиҡ гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасипова Өфө ҡунаҡтарына рәхмәт һүҙҙәрен еткереп: “Бөгөн ябай ғына түгел, рух һәм илһам бүләк итеүселәр килгән. Ысынлап та, гимназия беҙҙең рух ҡәлғәһе, илһам өләшеүсе шундай үҙебеҙҙең үҙәгебеҙ булыуға шатбыҙ. Бындай осрашыуҙар беҙгә кәрәк. Уҡыусылар “Өмөтлө ҡәләм”, Сәсәндәр мәктәбе үткәргән бәйгелә лә ҡатнашалар. Ә ҡунаҡтар рухты, илһамды, һәләтте, китаптарға булған һөйөүҙе балаларға тапшырыу өсөн ошо сараға килгәндәр. Донъялағы иң матур, изге бүләк – китап таратыу, тапшырыу өсөн Яҙыусылар союзына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Ул артабан да матур эштәр атҡарһын, китаптар сығып торһон, телебеҙ мәңге йәшәһен. Ҡунаҡтарға ижад ҡомарҙарының мәңге һүнмәүен, киләсәктә лә китап һөйөүселәрҙе ҡыуандырып яңынан-яңы һутлы әҫәрҙәр менән ҡыуандырыуҙарын теләп ҡалабыҙ”, - тине.
Осрашыу аҙағында уҡыусылар Таңсулпан Ғарипованың автографлы китаптарына эйә булды, шула уҡ Айгиз Баймөхәмәтовтың “Ташлама мине, әсәй” китабы буйынса төшөрөлгән фильмда төп ролде уйнаған актер, гимназияның 9 “В” класс уҡыусыһы Ансар Шәйәхмәтовҡа ҡунаҡтар матур һәм яҡты киләсәк теләктәрен ҡушып автографлы китап бүләк итте.
Сараны Алһыу менән Әлиә исемле гимназия уҡыусылары йәнле итеп алып барҙы. Вокаль квартет ҡобайыры (етәксеһе Д.Ғ.Абдуллина), “Табын тыпырҙағы” (етәксеһе, сәхнәгә сығарыусы А.Ф.Буранова) бейеүе сараны биҙәп кенә ҡалманы, барыһының күңеленә хуш килде.
Был йәнле һәм йәмле аралашыу бик әһәмиәтле, күңелдәрҙә тик яҡшы хәтирәләр генә ҡалдырҙы.