Шундай шәхестәр бар, милләтем, ауылым, тип бар булмышын шуға бағышлап ғүмер итеүселәр. Бер нимәгә ҡарамай, ҡаршылыҡтарҙы еңеп, үҙ халҡы өсөн ваҡытын да, көсөн дә йәлләмәгән көслө рухлы кешеләр. Шундай сифаттарға эйә булған, 37 йыл ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған, хаҡлы ялға сыҡҡас мәҙәниәт өлкәһендә инде 10 йылға яҡын хеҙмәт иткән Игенйылға ауылы ҡыҙы Зилә Миңнеғәли ҡыҙы Сәйетбатталова хаҡында һүҙем.
Зилә Миңнеғәли ҡыҙын районда белмәгән кеше һирәктер, ауылдаштары уны хөрмәтле уҡытыусы, оҫта ойоштороусы, дөрөҫлөктө яҡлаусы депутат итеп белә. Районда уны үтемле мәҡәләләре, матур шиғырҙары аша таныйҙар. Зилә Миңнеғәли ҡыҙы Игенйылға ауылында Миңнеғәли ағай һәм Нәзирә апайҙың тәүге балалары булып донъяға килә. Иң өлкән бала булараҡ, туғандарын ҡарау, ауылдағы бөтмәҫ-төкәнмәҫ эштәрҙе лә эшләү күберәк уға төшә. Тыуған ауылы Игенйылғала 8-се класты тамамлағас, бала саҡтан уйлап йөрөгән хыялы медицина булһа ла, әсәһенең һүҙенә ҡаршы килә алмай, Бәләбәй педагогия училищеһына уҡырға инә. Училищела булған барлыҡ сараларҙа ҡатнашып, иң әүҙем, тырыш студент була. Һуңғы курстарҙа Башҡорт дәүләт университетының география факультетына ситтән тороп уҡырға ла инә. Тыуған ауылынан йыраҡлығы ғына үҙәкте өҙә ине, тип иҫкә ала Зилә. Ныҡ һағына инем, ә йыш ҡайтып булмай. Ҡайта башлаһаң, 3-4 пересадка менән ҡайтырға тура килә ине, ти.
Бына, күңелле студент йылдары артта ҡала. Уҡыу йортон бик яҡшы билдәләргә тамамлап, йүнәлтмә буйынса тыуған районына эшкә ҡайта. Райондың мәғариф бүлеге Зиләне Яңғыҙҡайын ауылына башланғыс кластар уҡытыусыһы итеп эшкә ебәрә. Йәш белгес тиҙ арала үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп, уҡыусыларҙың яратҡан уҡытыусыһына әйләнә.
Бындай тырыш, уңған ҡыҙҙы Яңғыҙҡайын егеттәренең ситкә ебәрәһе килмәһә лә, электән оҡшатып йөрөгән ауылдашы Марат өлгөрөрәк булып сыға. Шулай итеп, Зилә Миңнеғәли ҡыҙы үҙенең тыуған ауылына килен булып төшә.
Тәүге йылдарҙа пионервожатый, география, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләһә, 1990 йылдарҙан татар теле һәм әҙәбиәтен уҡыта башлай.
Бер-бер артлы улдары Илгиз, Илдар донъяға килә, ғаилә ишәйә. Зилә бар эшкә лә өлгөрөргә, һәр эште еренә еткереп, ваҡытында үтәргә тырыша. Ғаиләһендә тәмле ризыҡтар менән һыйлаусы, донъя көтөүсе әсәй булһа, мәктәптә талапсан, балаларҙың яратҡан уҡытыусыһы була. Бөтә күңеле менән бирелеп, тырышып эшләй ул. Күпме асыҡ дәрестәр, күпме ижади кисәләр үткәрә. Хеҙмәттәге уңыштары өсөн уны күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары менән бүләкләйҙәр, “Мәғариф отличнигы” исеменә лә лайыҡ була. Шул йылдарҙа Зиләнең тағы бер таланты асыла, ул шиғырҙар ижад итә башлай. Район гәзите биттәрендә ауылдаштары тураһында, ауыл тормошон сағылдырған үтемле мәҡәләләре менән дә йыш сығыш яһай. Төп эше менән бергә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап йәшәй ул. 25 йыл рәттән Игенйылға ауылының ҡатын-ҡыҙҙар советы етәксеһе була. Ауылдаштары уның тыуған ауылы өсөн янып, ауыл проблемаларын хәл итеү өсөн тырышып йөрөгәнен, кәрәк ваҡытта үҙ һүҙен әйтә белеүен, дөрөҫлөк һөйөүсәнлеген күреп, ауыл Советына депутат итеп һайлап ҡуя. Район кимәлендә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе булып та тора. Зилә Миңнеғәли ҡыҙының уҡыусылары предмет олимпиадаларында район кимәлендә генә түгел, республика кимәлендә лә призлы урындар яулай.
Инде улдары ла егет ҡорона кереп, ғаилә ҡороп, ейәндәр менән шатландыралар. Тормош иптәше Марат менән бәхетле нәнәй-ҡартатай булып донъя йөгөн бергә тарталар. Йылдар һиҙҙермәйсә үтә тора. Хаҡлы ялға туҡтағас, Зилә Миңнеғәли ҡыҙы күптәнге хыялын тормошҡа ашырырға ниәтләй. Игенйылға ауылының йыр-моңға ғашиҡ ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереп, “Аҫылйәр” фольклор ансамблен ойоштора. Ансамблдең уңыштарын күреп, уның үҙен дә мәҙәниәт йортона художество етәксеһе итеп эшкә саҡыралар.
Тормош уртаһында ҡайнап йәшәгән Зилә эшһеҙ түҙмәй. 2019 йылда Ғафури районы татар ҡатын-ҡыҙҙарын берләштереү маҡсатында “Аҡ ҡалфаҡ” йәмәғәт ойошмаһының Ғафури бүлексәһен төҙөргә тәҡдим итә. Уның башланғысын башҡа ауылдар ҙа күтәреп ала. Беренсе ойоштороу байрамын да үҙҙәрендә үткәрә Зилә Миңнеғәли ҡыҙы. “Аҡ ҡалфаҡ” ойошмаһы ҡыҙҙары үҙ милләтенең ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын йәш быуынға ҡалдырыу өсөн бик күп саралар үткәрҙе. Уның етәкселегендә татар ауылдарында матур осрашыуҙар ойошторолдо.
Былтыр ноябрь айында Игенйылға ауылында республика Татар конгресының Ғафури районы йыйыны үтте. Был сараны тейешле кимәлдә үткәреүҙә Зилә Миңнеғәли ҡыҙының өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Әле яңы ғына беҙҙең районға эш сәфәре менән килгән Бөтә донъя татар конг-ресы етәксеһе Вәсил Ғаяз улы Шахразыев Татарстан ҡунаҡтары менән бергә Игенйылға ауылына ла килеп китте. Ҡунаҡтарҙы тейешле дәрәжәлә ҡаршы алыуҙы ла Зилә Миңнеғәли ҡыҙы ойошторҙо. Игенйылға мәҙәниәт йортонда уҙған пресс-конференцияла ҡунаҡтар рәхмәт һүҙҙәре әйтеп, “Аҫылйәр” фольклор ансамбленә сәхнә костюмдары бирергә вәғәҙә итте. Бына шулай күңелле лә, борсоулы ла, мәшәҡәтле лә ваҡиғаларҙың уртаһында ҡайнай ул.
Тик тормош шатлыҡтарҙан ғына тормай шул. Тормошта шатлыҡ-һөйөнөс менән ҡайғы-хәсрәт йәнәшә йөрөй, тиҙәр. Зилә Миңнеғәли ҡыҙына ла күп ҡайғылар кисерергә тура килә. Бер ҡайғы-хәсрәт килһә, килә бит ул. 2013 йылда өлкән улы Илгиз юл һәләкәтенә осрай, үҙе бик ныҡ имгәнһә лә иҫән ҡала, ә эргәһендә ултырған ҡатынын ҡотҡарып ҡала алмайҙар. Илгиз бик күп операциялар үткәреп, терелеп аяҡҡа баҫа. 2021 йылда ғаиләгә тағы ла ауыр ҡайғылар кисерергә тура килә. Әсәһе Нәзирә апай март айында ауырып баҡыйлыҡҡа күсә. Ә инде августа тормош иптәше Марат ҡаты ауырыуҙан вафат була. Был юғалтыуҙарҙан арынып та өлгөрмәгән Зиләне тағы ла бер ауыр ҡайғы көтөп торған икән. 2022 йылда икенсе улы Илдар ҙа был яҡты донъяларҙы ташлап китә. Был тиклем ауыр ҡайғыларҙы күтәрер өсөн ни тиклем сабыр, көслө рухлы булырға кәрәк бит. Бөгөлөп, үҙ эсеңә бикләнеп йәшәп тә булмай, уның тәрбиәһендә ҡалған ейәнсәре Яҙгөл менән ейәне Ильясҡа ул кәрәк. Яҙмышына төшкән ауырлыҡты ул эш менән, ижад менән баҫырға тырыша. Тик шиғырҙары хәҙер моңһоу ҙа, һағышлы ла кеүек.
Аллаһы Тәғәләбеҙ һынауҙарҙы күтәрә алған көслө рухлы кешеләргә бирә, тиҙәр. Шулайҙыр, сөнки Зилә Миңнеғәли ҡыҙы һынауҙарға баш эйеп ултыра торған кеше түгел. Игенйылға ауылы халҡы өсөн ул терәк, ҡайҙа ғына эшләһә лә, ауырлыҡтарҙан ҡурҡмай, үҙ һүҙен әйтә торған талантлы шәхес. Тыуған ауылы тарихын яҙып, китап сығарыу уйы менән йәшәй әле ул. Тыуған ауылына бағышлап яҙған шиғырына яҙылған йыр ауыл гимны ла булып тора. Яҙған шиғырҙары, мәҡәләләре лә үҙе бер китаплыҡ. “Табын” гәзитенең Н.Фәрхшатов исемендәге премияһы лауреаты ла ул. Бына шулай ауылдаштарын һөйөндөрөп, яҡындарына терәк-таяныс булып, ҡайғы-хәсрәттәргә бирешмәй, яңынан-яңы пландар менән йәшәй Игенйылға ғорурлығы Зилә Миңнеғәли ҡыҙы. Артабан да эшләгән эштәрегеҙ, ҡылған изгелектәрегеҙҙең сауабын күреп, яңынан-яңы шиғырҙар ижад итергә яҙһын, Зилә Миңнеғәли ҡыҙы. Ошо шиғыры уның тормош девизы булып тора ла инде:
Изгелек бит бик ҙур хеҙмәт,
Буш һүҙ, тиеп бәлки әйтерҙәр.
Тик бер аҙым, дөрөҫ аҙым яһа -
Яҡты итеп күптәр хәтерләр.
Вәсимә МӨХӘРМӘТОВА, Н.Фәрхшатов исемендәге премия лауреаты.
Бурлы ауылы.