Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
25 Февраль , 09:00

Данлыҡлы Левитан шәкерте

Оло быуын уны әле лә яратып һәм ҙур хөрмәт менән хәтерләй. Ауылда күп өйҙәрҙә телевизор юҡ ине, әммә радионы бөтәһе лә тыңлай торғайны. Башҡортостан радиоһы һәр иртә һайын халыҡты Лира Фәйзуллинаның яғымлы тауышы менән сәләмләп уятты, һауа торошо, тапшырыуҙар теҙмәһе менән таныштырҙы, иртәнге, төшкө, киске концерттарҙа яңғыраған йырҙарҙың авторҙарын иғлан итте. Ул моңло тауышты танымаған, һоҡланмаған һәм көтмәгән кеше юҡ ине!

Данлыҡлы Левитан шәкерте
Данлыҡлы Левитан шәкерте

Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллина (Мәхмүтова) 1936 йылдың 25 февралендә Сәйетбаба ауылында донъяға килә. Мәктәп тамамлағас, ул Өфөләге педучилищеға уҡырға инә. Бала саҡтан йырларға, бейергә яратҡан ҡыҙ мәктәп һәм студент йылдарында ла әүҙем тормош алып бара. Бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәй. Училищены уңышлы тамамлағандан һуң, тыуған районының Үтәк ауылына йүнәлтмә менән эшкә ебәрелә. Бында ла ул, мәктәптә балаларға белем биреүҙән тыш, комсомол эшенең актив ағзаһы, төрлө саралар үткәреүҙең башында була. Әүҙем комсомол ағзаһы булараҡ, 1956 йылда уны район үҙәге Красноусолда үтәһе йыйылышта комсомол тормошо тураһында сығыш яһарға саҡыралар. Артабан сая ҡыҙҙы республика комсомол конференцияһына делегат итеп тә һайлайҙар. Бында ла ул үҙ сығышын, яҙған ҡағыҙына ҡарап тормайынса, яһай. Был сығышты тыңлаған, шул ваҡытта радиола эшләгән хеҙмәткәрҙәр ҡыҙҙы радиоға әлеге сығышын, яҙҙырып алырға саҡыралар. Бында уны бик яратып ҡалалар, сөнки Лира үҙенсәлекле тауыш тембрына эйә була, ҡаушамай, дөрөҫ интонация менән уҡый.
- Беҙ һеҙҙең менән элемтәлә торорбоҙ. Оҙаҡламай Башҡортостан телевидениеһы асылырға тейеш, телерадио дикторҙарына конкурс буласаҡ, - тип әйтеп ҡайтаралар.
- Ике йылдан һуң мине Өфөгә саҡырып хат килеп төштө. Күп уйлап тормайынса, юлға сыҡтым. Дикторҙар конкурсын уңышлы үттем һәм Башҡортостан радиоһы дикторы булып киттем. Ул ваҡытта Өфө өсөн генә күрһәтелеүсе телевидение ла эшләй башлаған ине. Мине унда ла саҡырҙылар. Шулай итеп, мин радиола ла, телевидениела ла эшләй башланым. Рәсимә Кәримова, Марат Рафиҡовтар менән бергәләп эшләнек. Балалар өсөн “Асыҡ ишек”, “Ата-әсәләр өсөн тапшырыу” рубрикаларын алып барҙым. Әлбиттә, ике ерҙә эшләүе ауыр ине. Шуға күрә мин радионы һайланым. Тәбиғәттән бирелгән һәләтең булһа ла, уның өҫтөндә эшләмәһәң, алға китеш, үҫеш булмай. Диктор - яуаплы, ҡатмарлы һәм ижади һөнәр ул. Шуның өсөн дә һөнәремдең үҙ оҫтаһы булыр өсөн Өфө сәнғәт училищеһының актёр оҫталығы бүлегенә уҡырға индем. Диктор эшен иртән һәм кис башҡарһам, көндөҙ училищела уҡыным. Нәфис һүҙ оҫталығына, образға кереү нескәлектәренә иҫ киткес талантлы, бөйөк артистар Гөлли Мөбәрәкова менән Абдулла Ғиләжевтан өйрәндем. Училищеның һуңғы курсында уҡығанда мине театрға эшкә саҡырҙылар. Әммә мин радионы, дикторлыҡ эшен һайланым. Дикторлыҡ эшенән тыш, йәмәғәт эштәренә лә өлгөрҙөм, радио һәм телеспектаклдәрҙә ҡатнаштым. Улар танылған режиссёр Әмир Абдразаҡов ҡуйған “Ашҡаҙар”, “Туй” тамашалары кинотаҫмаларында һаҡлана, - ти Лира Фәхри ҡыҙы.
Шулай итеп, Лира Фәйзуллинаның тауышы радио аша бөтә Башҡортостанға тарала. Лира Фәйзуллинаның тауышы 40 йылдан ашыу көн һайын бөтә республикаға яңғырап, Башҡортостан радиоһын танытып торған тауыш булды. Ул башҡорт халыҡ йырҙарын башҡара, тиҫтәләгән фильмдарҙы башҡортсаға тәржемәләүҙә лә ҡатнаша.
Лира Фәхри ҡыҙы Мәскәүҙә дикторҙар курсында уҡый, данлыҡлы СССР дикторы - Юрий Левитандан һөнәр оҫталығына өйрәнә. Ҡырҡ йылдан ашыу Башҡортостан радиоһында диктор булып эшләй алыуы өсөн Левитанға рәхмәтле ул. “Әйтер һүҙҙең көсө һүҙ эйәһенең холоҡ-фиғеленә, шәхси һыҙаттарына бәйле”, тип өйрәтә Левитан һәм йәш дикторға фиҙаҡәрлек, эшенә яуаплы ҡарау, күңел торошо, тотанаҡлыҡ, йыйнаҡлыҡ кәрәклеген төшөндөрә. Һығылмалы, аһәңле тауыш, дикция, интонация, өндәрҙе дөрөҫ әйтеү кеүек артистик һәләте менән бер рәттән ныҡлы характер, отҡорлоҡ, ауыр ситуациянан сыға белеү, тауыш өҫтөндә даими эшләү мөһимлеге, күңел матурлығы, үҙ халҡыңдың патриоты булыу, телде камил белеү – диктор бына ошондай матур сифаттарҙың барыһына эйә булырға тейеш, ти остазы. Лира Фәйзуллина уҡытыусыһы өйрәткәндәрҙең барыһын да күңеленә һеңдереп, урын-еренә еткереп башҡарырға тырыша, уның эш алымдарын өйрәнеп, уңышлы файҙалана.
Яҙмышында уға һәр саҡ изге күңелле кешеләр генә осрап тора. Мәскәүҙә уҡыған сағында Ольга Высоцкая менән Людмила Кайгородованан һабаҡ алыуға өлгәшә, Өфөлә иһә һүҙ сәнғәте серҙәренә Гөлли Мөбәрәкова, Абдулла Ғиләжев кеүек шәхестәрҙән күп нәмәгә өйрәнә. Тормош иптәшенән дә уңа Лира Фәхри ҡыҙы. Үтәк ауылында тыуып үҫкән Рауил Мәхмүтов менән ғаилә ҡороп, үҙҙәре кеүек аҡыллы балалар тәрбиәләп үҫтергәндәр.
Рауил Яҡуп улы – Башҡорт дәүләт аграр университетының Тракторҙар һәм автомобилдәр кафедраһы доценты булып оҙаҡ йылдар эшләп, техник фәндәр кандидаты була. Ауыл хужалығының атҡаҙанған һәм Рәсәйҙең почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре исемдәренә лайыҡ  булған.
Роберт һәм Ләйсән исемле балаларға атай-әсәй булып, уларҙы тәрбиәләп-үҫтереп, оло тормош юлына баҫтырғандар. Улдары Өфө дәүләт нефть техник университетын, ҡыҙҙары Өфө дәүләт сәнғәт академияһын тамамлаған. Бөгөн ейән-ейәнсәрҙәр һөйөү бәхетен кисереп йәшәй улар.
Лира Фәхри ҡыҙы менән Рауил Яҡуп улы икеһе лә аралашыуға ябай, кешелекле, кеселеклеләр. Тыуған яҡтары менән һәр саҡ бәйләнеш тотоп йәшәнеләр. Районда, тыуған ауылдарында уҙғарылған сараларҙа теләп ҡатнаштылар, әүҙем тормош алып барҙылар. 
40 йылдан артыҡ хеҙмәт юлын яратҡан һөнәренә бағышлаған Лира Фәйзуллинаның намыҫлы тырыш хеҙмәте тейешенсә баһалана. Уға 1979 йылда “БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы”, 1993 йылда “Башҡортостандың халыҡ артисы” тигән юғары исемдәр бирелә.
Данлыҡлы диктор Лира Фәхри ҡыҙы Фәйзуллинаны оло юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ҡаҡшамаҫ ныҡлы һаулыҡ, бәхетле оҙон ғүмер теләйбеҙ.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас