Бөтә яңылыҡтар

Иҫке Тайыш ауылы клубы үҙ ишектәрен асты

Кисә капиталь ремонтан һуң Иҫке Тайыш ауылында клуб асыу тантанаһы үтте. Был көндө Иҫке Тайыштарҙың шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Имәндәш ауыл биләмәһе башлығы Әхнәф Ноғайғолов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының район бүлексәһе етәксеһе Гүзәл Килдебаева, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Сабирова, Иҫке Тайыш, Таш-Аҫты ауылдары халҡы килгәйне.

Иҫке Тайыш ауылы клубы үҙ ишектәрен асты
Иҫке Тайыш ауылы клубы үҙ ишектәрен асты

Клуб асыу тантанаһы барыһы өсөн күптән көтөлгән байрамға әүрелде. Иртә менән оло йәштәгеләр ҙә, балалар ҙа ҡунаҡтарҙың тейешле ваҡытҡа килеп бөтөүен көтөп, барыһы ла клуб алдында ҡайнаша ине. Район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә был тантанаға бар уңайлыҡтар булдырып, дәртле йыр-моң да үҙенә тартып торҙо.

Мәҙәниәт усағы ауыл халҡының тормошонда мөһим роль уйнай, көнкүрешен йәмләй, төрлө яҡлап үҫешергә булышлыҡ итә, халыҡтың рухи һәм мәҙәни ихтыяжын үтәй. Элек-электән ауыл халҡы эштән һуң клубҡа киске уйындарға йыйылышып, туҙан туҙҙырып бейеп күңел асҡан, берҙәм булған. Әле лә мәҙәниәт йорттары ауылдаштарҙы бер ергә туплаусы, уларҙың тормошона сағыулыҡ өҫтәүсе усаҡ булып тора.

Иҫке Тайышта ла клуб 1978 йылда колхоз тарафынан төҙөлөп, байтаҡ йылдар матур хеҙмәт итә. Әммә бер арауыҡта ябыла һәм яңынан асыу өсөн ремонт талап итә. Имәндәш ауыл биләмәһенең үҙ төбәге өсөн янып-көйөп йөрөүсе башлығы Әхнәф Әхиәр улы халыҡ менән һөйләшеп, төрлө юлдар эҙләп ҡарай. “Бирәм тигән ҡолона – сығарып ҡуйыр юлына”, тигәндәй, ярҙам итер юлдар ҙа табыла.  Бөтә эштәр “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Аныҡ эштәр” проекты һәм ауыл биләмәһе, халҡы  ярҙамы менән башҡарылып, бына 8 Март  байрамы алдынан ауыл халҡына ҙур бүләк булды.

Мәҙәниәтте күтәреүгә, йәш быуынды тәрбиәләүгә ҡарата ошондай иғтибар, йылы ҡараш һәм матди ярҙам булғанда, райондан Башҡортостан данын күтәрерҙәй, сәнғәтте үҫтерерҙәй таланттар булыр, яңыртылған мәҙәниәт усағы балҡып торор, унда үткәрелгән һәр сарала ауыл халҡы әүҙем ҡатнашыр, ишектәре һәр кемгә асыҡ булыр, тигән теләктә ҡалды бында килеүселәр.

Сара тураһында тулыраҡ гәзиттең алдағы һандарында уҡырһығыҙ.

Автор: Альфия Валиева
Читайте нас