Төрлө конкурстарҙа еңеүсе булған һәләтле йырсы Булат Йосопов был юлы ла иң яҡшы башҡарыусы тип табылып, Халыҡ-ара ижади конкурста лайыҡлы рәүештә Гран-при яуланы.
“Уҡлыҡая” халыҡ ирҙәр вокаль ансамбле (етәксеһе -Хызыр Нәзиров) йырсылары ла юғары башҡарыу оҫталығына эйә булыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы һәм 1 дәрәжә лауреат булды. Йәнә “Солистар триоһы” номинацияһында Хызыр Нәзиров, Фәнзил Ғәлин һәм Илгиз Сабиров, шулай уҡ “Халыҡ театры” номинацияһында “Ғафури” халыҡ театры (режиссеры Гөлфирә Әлмөхәмәтова) конкурстың 1 дәрәжә лауреаты Дипломына лайыҡ булды.
Халыҡ-ара ареналағы был еңеү Ғафуриҙың ысын мәғәнәһендә таланттар төйәге булыуын һәм районыбыҙҙа мәҙәниәттең юғары кимәлен раҫланы.
Районыбыҙ һәләттәрен оло еңеүҙәре менән ихлас ҡотлап, тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова.