+6 °С
Болотло
Илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған сарала Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ижад серҙәре менән уртаҡлашты һәм ҡунаҡтарҙы шиғриәт донъяһына алып инде. “Башҡортостан – рухым ҡиблаһы” китабының исем туйы йылы, рухлы мөхиттә уҙып, һәр беребеҙҙең күңелендә онотолмаҫ бай тәьҫораттар ҡалдырҙы. Унда ҡатнашыусылар китапҡа ингән һәр әҫәр шиғриәтебеҙҙең балҡышы, йөҙөк ҡашы булып балҡыһын, ә авторға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләп таралышты.