Бөгөн тамашасыларын көлдөргән дә, илатҡан да, йыуатҡан да ошо театр тормошона ҡағылышлы бөтә һөнәр эйәләре үҙҙәренең байрамын билдәләй. Билдәле булыуынса, районда “Ғафури” (РДК), “Мираҫ”(Яңғыҙҡайын), “Ҡараншишмә” (Еҙем-Ҡаран), “Аҡбейек” (Сәйетбаба), “Балҡыш” (Үтәк) халыҡ театрҙары һәм Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда “Сулпан” өлгөлө балалар түңәрәге эшләп килә. Бынан тыш һәр ауылдағы мәҙәниәт усаҡтарында үҙешмәкәр драма коллективтары ойошторолған. Йәнә Архангелка ауылында - балалар драма түңәрәге, Яугилделә балалар ҡурсаҡ театры эшләй.
- Эйе беҙҙең район халыҡ театрҙарына бай төбәк. Уларҙың барыһы ла үҙҙәренең “Халыҡ театры” исемен үткән йылда абруйлы жюри алдында тағы ла бер тапҡыр лайыҡлы рәүештә раҫланы, - ти район мәҙәниәт һарайы режиссёры Гөлфирә Әлмөхәмәтова. – Шуныһы иғтибарға лайыҡ, һәр мәҙәниәт йорто янында эшләп килгән театрҙа бөтә булмышы менән сәхнә тормошона бирелеп, оҙаҡ йылдар һуҙымында уға тоғро ҡалған һәүәҫкәр артистар бихисап. Ундайҙар араһынан Яңғыҙҡайындан Риф Бикбаевты, Еҙем-Ҡарандан Зәйтүнә апай Искәндәрованы, Сәйетбабанан Хөснә апай Заһиҙуллина, Үтәктән Радик Арыҫланов, Красноусолдан Рима Зәйнуллинаны билдәләп үтер инем. Шулай уҡ тамашасылар күңеленә хуш килгән спектаклдәрҙе әҙерләүҙә бөтә оҫталығын биргән режиссёрҙар Рәүилә Мусина, Гүзәл Шафиҡова, Тәслимә Һөйөндөкова һәм Рәзилә Ғиззәтуллинаны билдәләп үтке килә. Театр коллективтары ниндәй генә ҡыйынлыҡ булмаһын, кәйеф төшөрмәй, киреһенсә, сәмләнеп, дәртләнеп ижад итә. Ә тамашасы спектакл-де көслө алҡыштарға күмеп, актёрҙарҙың тырышлыҡтарына ыңғай баһа бирһә, ихлас рәхмәт һүҙен ишеттерһә, сәхнә кешеһе өсөн шунан да ҙурыраҡ ҡыуаныстың булыуы мөмкин дә түгел.
- Гөлфирә Тимерйән ҡыҙы, Театр көнөндә тамашасыларҙы нимә менән ҡыуандырырға йыйынаһығыҙ?
- Театр, спектаклдәр менән, әлбиттә. Һәр халыҡ театры, драма коллективтары был көнгә спектакль әҙерләй. Беҙҙең “Ғафури” халыҡ театры тамашасыларҙың һорауы буйынса йәнә Баязит Бикбайҙың “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын сәхнәгә сығарасаҡ. Был спектаклде тамаша ҡыла алмаған барса красноусолдарҙы йома, 27 мартта район мәҙәниәт йортона саҡырабыҙ. Килегеҙ, үкенмәҫһегеҙ. Ә инде байрам уңайынан актёрҙарҙы, режиссёрҙарҙы, барлыҡ тамашасыларҙы ихлас күңелдән ҡотлап, ижади уңыштар, сағыу образдар һәм зал тулы тамашасылар, көслө алҡыштар теләйем.
- Һеҙҙең ҡотлауҙарға һәм теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.