- Мәҙәниәт кенә кешенең һәм бөтә быуындың үҙаңын формалаштыра, шәхестең рухын байыта, милли ҡиммәттәрҙе һаҡлап ҡалырға ярҙам итә, йолаларыбыҙҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Һәм тап ошо өлкәлә эшләүселәр халыҡты мәҙәниәткә ылыҡтырыу, уның тормошон сағыуыраҡ итеү, яңы таланттар асыу, халҡыбыҙҙың милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлау, киләһе быуынға тапшырыу, йәш быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында баһалап бөткөһөҙ әһәмиәтле эш алып бара, - тип башланы һүҙҙе Эльвира Нурислам ҡыҙы. - Районыбыҙҙың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә йәш быуынға лайыҡлы тәрбиә биреүгә, шәхес тәрбиәләүгә, рухи ҡиммәттәрҙе арттырыуға ҙур өлөш индерә. Бөгөнгө көндә районыбыҙҙа барлығы 40 мәҙәниәт усағы, 3 музей һәм 22 китапхана булып, уларҙа 143 мәҙәниәт хеҙмәткәре һайлаған һөнәренә тоғро ҡалып, арымай-талмай халыҡҡа шатлыҡ өләшә. Шулай уҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре МХО-ла хеҙмәт итеүсе яҡташтарыбыҙға әүҙем ярҙам итә, был юҫыҡта эште башлаусы, ойоштороусы булып та йөрөйҙәр. Мәҙәниәт усаҡтарында маскировкалау селтәрҙәре үреү, яугирҙарға оҙатыу өсөн посылкалар әҙерләүҙән тыш хәйриә концерттары, төрлө акциялар ойошторола.
- Хәйриә концерты тигәндән, улар район мәҙәниәт һарайында ғына түгел, ауылдарҙа ла әленән-әле үтеп тора...
- Ысынлап та шулай. Бына әле күптән түгел генә мәҙәниәт һарайында районыбыҙ артистары Ауырғазы районы менән берлектә “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған хәйриә концерты ойошторҙо. Ошондай уҡ концерт Талбазы ауылында ла үтте. Үткән йыл Ишембай районы менән берлектә концерт әҙерләгәйнек. Артабан Стәрлетамаҡ, Архангел, Ҡырмыҫҡалы артистары менән дә бергәләп сығыш яһарға тигән уй бар.
Ауыл-ара ла ошондай концерттар йыш үтә. Мәҫәлән, Сәйетбаба, Юлыҡ, Ҡауарҙы, Ибраһим, Еҙем-Ҡаран ауылдары һәүәҫкәрҙәре берләшеп, шул төбәктәге һәр ауылда хәйриә концерты ойошторҙо. Был тәңгәлдә Ҡурғашлы, Ташбүкән, башҡа мәҙәниәт усаҡтары ла әүҙем эшләй. Бындай концерттарға билет һатыуҙан йыйылған аҡса райондың хәйриә фондына, йә булмаһа кәрәкле әйберҙәр һатып алыу өсөн урындағы ирекмәндәр ойошмаһына тапшырыла. Мәҫәлән, район мәҙәниәт йортонда үткән бер концерттан һуң 100 мең һум самаһы аҡса маскировкалау селтәре үреүгә кәрәкле материалдар һатып алыу өсөн “Ышаныслы тыл” ирекмәндәр штабына бирелде. Был изге эш артабан да дауам ителәсәк.
- Белеүебеҙсә, һеҙ һөнәри байрамды күтәренке кәйефтә, матур ҡаҙаныштар, еңеүҙәр менән ҡаршылайһығыҙ.
- Эйе, байрам уңайынан барлар уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ байтаҡ ҡына. Ирешелгән уңыштар көндәлек фиҙаҡәр һәм көсөргәнешле эштең һөҙөмтәһе. Тотош район буйынса алғанда, беҙҙең төрлө йүнәлеш буйынса 17 халыҡ һәм өлгөлө ансамбль бар, 200-ҙән ашыу мәҙәни түңәрәк эшләй.
Күптән түгел генә Иҫке Тайышта капиталь ремонттан һуң ауыл клубы үҙ ишектәрен асты. Ауыл клубтарында әленән-әле төрлө кисәләр, концерттар үтә. Район мәҙәниәт һарайынан да халыҡ өҙөлмәй, йыр-моң тауыштары тынмай. Бер урында йырсылар репетицияға йыйылһа, икенсе залда театр артистары шөғөлләнә, өсөнсө залда балалар бейеү коллективтары... Китапхана хеҙмәткәрҙәре төрлө әҙәби осрашыуҙар үткәрһә, музейҙа төрлө саралар ойошторола. Ә тамашасылар залында инде көн дә ниндәй ҙә булһа сара-концерт үтә. Улар араһынан күптән түгел үткән “Мисс-Дюймовочка - 2026” конкурсын, төрлө даталарға арналған байрам сараларын әйтергә була. “Ғафури йондоҙсоғо” конкурсы ла йылдан-йыл киңерәк ҡолас алып, районыбыҙҙың визит карточкаһына әйләнеп, район-ара кимәлгә етте. Данир Мәсәлимов етәкселегендәге “Хәмзә” проекты ла бик уңышлы булып, халыҡ яратып ҡабул итте.
Уңыштарға килгәндә, ысынлап та маҡтанырлыҡ. Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә үткән республика конкурсында: Курорт ауылынан Айгөл һәм Рәмил Марваевтар ғаиләһе Гран-приға һәм 100 мең һумлыҡ бүләккә лайыҡ булһа, Сәйетбаба ауылынан Гөлдәр һәм Илһам Фәхретдиновтар ғаиләһе “Ғаилә кәсебе” номинацияһында 2-се урын яуланы. Йәнә “Ветеринарҙар - берҙәмлектә ижад итеүсе берҙәм ғаилә” тип аталған республика конкурсында Юлыҡ ауылынан Кәримовтар еңеүсе булды. Уларҙың был уңышында ғаиләләрҙе конкурсҡа әҙерләүгә күп көс һалған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең дә өлөшө тос ҡына. Бынан тыш, “Уҡлыҡая” вокаль ансамбле Благовещен ҡалаһында үткән "Ирҙәр нимә тураһында йырлай" ирҙәр вокаль коллективтарының V асыҡ Республика конкурсында I дәрәжә лауреат дипломына эйә булһа, Екатеринбургта үткән “Ҡарлы симфония” IХ Халыҡ-ара ижади онлайн-конкурста районыбыҙ һәләттәре оло еңеүгә өлгәште.Тамашасыларҙың яратҡан йырсыһы Булат Йосопов Халыҡ-ара ижади конкурста лайыҡлы рәүештә Гран-при яуланы. Шулай уҡ “Уҡлыҡая” халыҡ ирҙәр вокаль ансамбле, “Солистар триоһы” “Ғафури” халыҡ театры (режиссёры Гөлфирә Әлмөхәмәтова) конкурстың I дәрәжә лауреаты Дипломына лайыҡ булды. “Ҡумыҙ йөрәге” тип аталған төбәк-ара этнофестивалдә Данир Мәсәлимов өзләү буйынса икенсе урын яуланы. Ә инде “Быҙыбыт”, “Эксклюзив” өлгөлө балалар бейеү ансамблдәре хаҡында әйтеп тораһы ла түгел, улар һәр саҡ еңеүселәр иҫәбендә.
Йәнә, “Айыҡ ауыл” конкурсы сиктәрендә Түбәнге Ташбүкән ауылында район-ара кимәлдә ойошторолған саралар ҙа юғары кимәлдә үтте тип әйтер инем. Ирешелгән уңыштарҙың барыһын да теҙеп сығыу мөмкин дә түгел һәм улар райондың мәҙәниәт өлкәһендә үҙ һөнәренең ысын оҫталары эшләүе хаҡында һөйләй.
- Эльвира Нурислам ҡыҙы, үткән барса саралар, еңеүселәр хаҡында мәғлүмәттәр гәзитебеҙ битендә даими яҡтыртылып килә. Киләсәккә пландар, уй-маҡсаттар хаҡында ла бер аҙ әйтеп үтегеҙ әле.
- Пландар ҙур, әлбиттә. Шулай ҙа беренсе сиратта ирешелгән уңыштарҙы юғалтмау һәм бөгөнгө көсөргәнешле осорҙа эшмәкәрлекте һүлпәнәйтмәү мөһим. Районыбыҙҙың бренд сараһына әйләнгән “Уҡлыҡая уғатарын” артабан да дауам итеү генә түгел, һәр ауылдың үҙенең бренд сараһын булдырыу хаҡында һүҙ алып барабыҙ. Шулай уҡ “Иң яҡшы мәҙәниәт йорто”, “Иң яҡшы мәҙәниәт хеҙмәткәре” конкурсы ойошторорға уйлайбыҙ. Күрше райондар менән берлектә ойошторолған хәйриә концерттарын квартал һайын ойоштороу, йәнә, район мәҙәниәт йорто автобусы менән теләүселәрҙе Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ театрҙарына алып барыу уйы ла бар.
Быйыл да беҙҙең алда ҙур, яуаплы бурыс тора - июнь айында райондың мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәр йылдағыса Башҡортостан исеменән Ленинград өлкәһенең Тосненский районы һабантуйында ҡатнашасаҡ. Уға ла ныҡлы әҙерлек талап ителә. Ғөмүмән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙ алдарына ҙур маҡсаттар ҡуйып, яуланған үрҙәр менән сикләнмәйенсә тағы ла юғарыраҡ ҡаҙаныштарға өлгәшергә, тамашасыларын, райондаштарын артабан да сағыу, киң йөкмәткеле саралар һәм сығыштар менән шатландырыу уйы менән ижад итә һәм йәшәй. Бары тик, район халҡы, тамашасылар ойошторолған сараларға килеп, залдарыбыҙ шығырым тулы булһын.
- Эльвира Нурислам ҡыҙы, тулы һәм киң яҡлы, ихлас әңгәмә өсөн рәхмәт. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә барса мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас күңелдән ҡотлап, уңыштар, яңы үрҙәр һәм зал тулы тамашасылар теләйбеҙ.
Мәрхәбә Собханғолова әңгәмәләште.