Бөтә яңылыҡтар

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде

25 мартта Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Ошо уңайҙан районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәни хеҙмәткәрҙәре мәҙәниәт һарайында һөнәри байрамдарын билдәләргә йыйылды.

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде

Байрам кисәһе мәҙәниәт һарайы артистары Рәүилә Йәнтүрина, Гөлфирә Әлмөхәмәтова, Хызыр Нәзиров, Фәнзил Ғәлин башҡарыуында “Мәҙәниәт” йыры менән асылды.
Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Венер Вахитов, Красноусол үҙәк район дауаханаһының баш табибы Искәндәр Минасов, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов килде. Матур тәбрик һүҙҙәрен еткергәс, Венер Фәнир улы Родина ауылы китапханасыһы Олеся Христофорованы, Ҡурғашлы ауылы клубының художество етәксеһе Гөлназ Суфиянованы, мәҙәниәт һарайының костюмерия мөдире Фәйруза Рәхмәтуллинаны район хакимиәтенең Маҡтау грамоталары менән бүләкләне. Райондың баш табибы Искәндәр Булат улы ла байрамға буш ҡул менән килмәгән, бер төркөм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә Рәхмәт хаттары тапшырып үтте. Йәнә бер төркөм хеҙмәткәрҙәр Фаил Һәҙиәт улы ҡулынан Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының Маҡтау грамоталарын һәм Рәхмәт хаттарын алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Сабирова изге теләктәрен еткереп, тиҫтәнән ашыу хеҙмәт алдынғыларын Маҡтау грамоталары һәм театр коллективтарын Рәхмәт хаттары менән бүләкләне. Шулай уҡ район ветерандар советы рәйесе Эльвира Мөлөкова, “Тепловодоснабжение” МУП-ы директоры вазифаһын башҡарыусы Наталья Соколова, райондың барлыҡ ауыл биләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары исеменән Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе башлығы Миңнира Шәйәхмәтова, М. Шайморатов исемендәге урындағы ирекмәндәр штабы бүлексәһе етәксеһе Рәмзиә Насирова, урман хужалығы етәкселеге исеменән инспектор Әлиә Рәхимова, Балалар ижады үҙәге коллективы исеменән, район полиция хеҙмәтенән вәкилдәр Шерлок Холмс менән Доктор Ватсон ролендә ҡотланы һәм башҡалар тәбрик һүҙҙәрен еткерҙеләр. Байрам уңайынан иҫтәлекле бүләктәр тапшырҙылар.
Мәҙәниәт өлкәһендә (китапханасылар ҙа бар) йәшлек көсөн, һәләтен һалып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаһалар ҙа йәштәр менән бай тәжрибәләре менән уртаҡлашып, аҡыллы кәңәштәрен биреп торған, ҡайһылары әле лә эшләп йөрөүсе тиҫтәнән ашыу мәҙәниәт ветерандары сәхнә түренә саҡырылып, бүләктәр тапшырылды. Был көндө район мәҙәниәт һарайы, ауыл мәҙәниәт йорттары, клубтары, музей, китапхана хеҙмәткәрҙәре, үҙешмәкәрҙәр, сәнғәт мәктәбе педагогтары тәбрикләнде. Ҡотлауҙар сағыу концерт номерҙарына үрелеп барҙы һәм байрамға биҙәк өҫтәне.

Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Күңелдәргә дәрт өҫтәүселәр тәбрикләнде
Автор: Индира Ишкина
Читайте нас