Матур осрашыу булды

Бөгөн Ғафури Үҙәкләштерелгән район китапханаһында матур осрашыу булды. Унда күренекле яҡташыбыҙ, телсе-ғалим Ғиниәт Ҡунафин, ғалим-филолог, журналист Фәнзил Санъяров, журналист, балалар яҙыусыһы Салауат Кәримов “Табын ”район гәзите хеҙмәткәрҙәре, “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһе ағзалары, мәктәп уҡыусылары һәм уҡытыусылары, китапхана хеҙмәткәрҙәре менән осрашты.

Матур осрашыу булдыМатур осрашыу булды
Матур осрашыу булды

Сараның маҡсаты – Башҡортостан Яҙыусылар союза тарфынан урындарҙа ижад итеүселәргә методик ярҙам күрһәтеү, бөгөнгө әҙәбиәт-шиғриәттең торошо, әҙәби тәнҡит тураһында һөйләшеү ине.

БР Яҙыусылар союзының Аҡһаҡалдар ҡоро башлығы Ғ.С.Ҡунафиндың һүҙ көсө, һүҙҙең берләштереүсе лә, тарҡатыусы ла була алыуы, ә һүҙ менән эш итеүсе әҙәбиәт иңендә заманының рухи үҫеше өсөн ҙур яуаплылыҡ ятыуы һәм башҡа мөһим мәлдәр тураһында төплө сығышы, Яҙыусылар союзының әҙәби тәнҡит секцияһы етәксеһе Фәнзил Санъяровтың әҙәби тәнҡитсе - яҙыусы менән уҡыусы араһында күпер һалыусы тип билдәләп, һуңынан районыбыҙ авторҙарының шиғырҙарына анализ яһауын, кәңәштәр биреүен сараға килеүселәр йотлоғоп тыңланы. Салауат Кәримов милли телдә сыҡҡан ваҡытлы матбуғатты, китаптарҙы, әҙәбиәтте һаҡлау телебеҙҙе, милләтебеҙҙе һаҡлауҙың тура юлы тип билдәләне.

Осрашыу бик йәнле, емешле үтте.

Сара хаҡында тулыраҡ “Табын” гәзитендә яҙыласаҡ.

Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Матур осрашыу булды
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас