+9 °С
Дождь
Антитеррор

“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”

Үҙәк район китапханаһының уҡыу залында шағирә, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, яҡташыбыҙ Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупованың “Башҡортостан – рухым ҡиблаһы” исемле китабының исем туйы үтте.

“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”

Кисәлә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Сабирова булып, китап авторына илһамлы ижады өсөн рәхмәт әйтеп, изге теләктәрен еткерҙеләр. Шулай уҡ был сарала район китапханасылары, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар ҡатнашты.
- Бөгөн “Башҡортостан - рухым ҡиблаһы” тип аталған өр-яңы шиғыр китабымды тыуған районым Ғафуриҙа туйлайым. Тәүге сараға китапханасыларҙы йыйһаҡ, артабан уҡытыусылар көтә. Һуңғы йылдарҙа проза жанрында әүҙем эшләнем, ниһайәт, шиғриәтемә яңынан мәл етте. Исеме үк әйтеп тора, был йыйынтыҡ Башҡортостанға арнала, унда “Мираҫ”, “Табындар”, “Әҙәм вә Һауа”, “Дәүерҙәрҙе ялғап дәүерҙәргә” һымаҡ тарихи-эпик һәм лирик поэмалар урын алған. Тыуған республикама, Өфөмә, атайсалым - Ғафурийыма арналған шиғри шәлкемдәр ҙә ҡуйылды. Яҙыусыларҙың ижадын халыҡҡа еткереүселәр менән осрашыу ифрат та яуаплы, сөнки китапханасылар әҫәрҙе иң тәүгеләр булып уҡый, баһалай, халыҡҡа еткерә. Шуға күрә бик тулҡынланып килдем, шул тиклем ҡыуанам үҙемә районымдың иғтибары булғанға. Сөнки хеҙмәттән ҡыуаныс, ләззәт алыу, үҙеңдең ғаиләң, дуҫтарың, ауылың, районың һине хөрмәт итһә, иң кәрәкле, бәхетле миҙгелдер тип уйлайым, рәхмәтлемен яҡташтарыма, - тине үҙенең сығышында Гөлнур Яҡупова һәм район китапханаһына үҙенең китаптарын да бүләк итте.
Үҙәк район китапхана селтәре етәксеһе Фәүзиә Зәйнуллина сығыш яһап, Гөлнур Миҙхәт ҡыҙын шундай матур китап сығарыуы менән ҡотлап үтте һәм ошо йөкмәткеле, матур сараға килеүселәргә үҙ рәхмәтен еткерҙе.
Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин, композитор Рәмил Ғимрани, Әлфиә Степанова, Хызыр Нәзиров башҡарыуындағы моңло йырҙар, Данир Мәсәлимовтың думбырала, Айрат Сәйфуллиндың ҡурайҙа, Наил Вәлиевтың баянда уйнауы, Әлфирә Зөлҡәрнәеваның “Биҙәүләт” шиғырын тасуири итеп һөйләүе был кисәлә ҡатнашыусыларҙың күңеленә хуш килде. Китапхана хеҙмәткәрҙәре Вәсилә Вәис ҡыҙы менән Зөлфирә Рәхмәтулла ҡыҙы был кисәне йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы.
Илһөйәрлек, телһөйәрлек менән һуғарылған сарала Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы ижад серҙәре менән уртаҡлашты һәм ҡунаҡтарҙы шиғриәт донъяһына алып инде. Унда ҡатнашыусылар китапҡа ингән һәр әҫәр шиғриәтебеҙҙең балҡышы, йөҙөк ҡашы булып балҡыуын, ә авторға ныҡлы һаулыҡ, ижади уңыштар теләп таралыштылар.

“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
“Башҡортостан – рухым ҡиблаһы”
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас