

Бай һәм киң яҡлы “Китап-байрам” сараһын Башҡортостандың халыҡ артисы Фәрүәз Урманшин менән район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәре Розалия Салауатова йәнле һәм йәмле итеп алып барҙы. Мәҙәниәт бүлеге начальнигы Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова байрамға йыйылыусыларҙы тәбрикләп, изге теләктәрен еткерҙе.
Китап һөйөүселәр бай күргәҙмә менән таныштылар, үҙебеҙҙең ерлектә үҫкән файҙалы, шифалы үлән, япраҡтарҙан әҙерләнгән тәмле сәйҙән теләп ауыҙ иттеләр, төрлө тематикалы оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаштылар. Күргәҙмәлә тамашасыларҙың иғтибарына төрлө милләт халыҡтарының ижадын сағылдырған китаптар тәҡдим ителде. Шәжәрә ағастары күргәҙмәһе айырым урын биләне. Был Ғаилә йылында бик яҡшы башланғыс, ул тамырҙары менән танышырға ғына түгел, быуындар араһындағы өҙлөкһөҙ бәйләнеште тойорға ла мөмкинлек бирҙе.
Йәш уҡыусылар өсөн күңелле һәм хәрәкәтсән милли уйындар, аквагримм, квиллинг, бәлеш биҙәү, ташҡа һүрәт төшөрөү ойошторолғайны. Концерт номерҙары сараны күркәмләндереп ебәрҙе.
Уҡытыусы-ветеран һәм шағирә Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова сығыш яһап, район китапханаларына үҙенең “Ғүмерем ағыштары” тигән китабын бүләк итте.
“Китап-байрам” китаптың һәм традицияларҙың беҙҙе берләштереүен, илһамландырыуын һәм яҡынайтыуын күрһәтте. Был сара тыныслыҡ, дуҫлыҡ һәм ғаилә ҡиммәттәре байрамы, шулай уҡ һәр кем өсөн илһам, яңы асыштар, сағыу осрашыуҙар сығанағы булды.