+12 °С
Ясно
Антитеррор

Барса халыҡ байрам итте, гөрләп үтте һабантуй

13 июндә Ленинград өлкәһендә ҙур төбәк-ара Һабантуй үтеп, ул ысын мәғәнәһендә халыҡтар берҙәмлеге һәм дуҫлығы байрамына әүерелде.

Барса халыҡ байрам итте,  гөрләп үтте һабантуйБарса халыҡ байрам итте,  гөрләп үтте һабантуй
Барса халыҡ байрам итте, гөрләп үтте һабантуй

Ленинград өлкәһе Всеволожский районының Энколово ауылындағы матур яланға Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе халҡы, милли-мәҙәни берекмәләр вәкилдәре, шулай уҡ Башҡортостан һәм Татарстандан рәсми делегациялар йыйылды.
Халыҡты берләштереү, мәҙәни традицияларҙы һаҡлау, милләт-ара татыулыҡты нығытыуҙа ҙур роль уйнаған байрам-һабантуйҙы үткәреү йолаһы бында 1956 йылдан һаҡланып килә. Ленинград өлкәһе етәкселеге бында төпләнгән башҡорт-татарҙар ғына түгел, башҡа милләт вәкилдәре лә көтөп алған был байрамды Башҡортостан һәм Татарстан республикалары менән берлектә ойоштора. Башҡортостан Республикаһының рәсми делегацияһын БР Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев етәкләне. Программа рус, башҡорт һәм татар коллективтарын берләштергән тантаналы прологтан башланды. Урал Килсенбаев республика башлығы Радий Хәбировтан сәләмләү һүҙҙәрен еткерҙе.
- Ленинград өлкәһе, Санкт-Петербург һәм Башҡортостанды күп быуатлыҡ дуҫлыҡ мөнәсәбәттәре берләштерә. Шуны иҫтә тотоу мөһим: 85 йыл элек Башҡортостан үҙендә 120 мең ленинградлыны ҡабул иткән һәм әле лә республика биләмәһендә йәшәгән йәки йәшәүен дауам иткән һәр ғаиләнең тарихын һаҡлай. Күп кенә эре предприятиелар республикаға күсеп килде һәм бөгөн дә тыныслыҡ һәм беҙҙең еңеү хаҡына әүҙем эшләүен дауам итә. Башҡортостан һәм Татарстан халыҡтарын уртаҡ яҙмыш берләштерә. Беҙҙең көс күп милләтлелектә һәм берҙәмлектә. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында бөгөнгө сара айырыуса мөһим, - тип билдәләне Урал Килсенбаев һәм Ленинград өлкәһенең эске сәйәсәт буйынса вице-губернаторы Константин Патраевҡа Салауат Юлаев орденын тапшырҙы.
- Бындай байрамдар бер-беребеҙҙе яҡшыраҡ белергә, ҙур илдең бер өлөшө булып тойорға һәм үҙебеҙҙең йолаларыбыҙға хөрмәт һәм бергә булыу һәләтебеҙгә тағы бер тапҡыр инанырға ярҙам итә, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды К.Патраев.
- Энколово хеҙмәт кешеһен тағы бер тапҡыр маҡтау, данлау өсөн йыл һайын беҙҙе, төрлө милләт, төрлө дин кешеләрен, ошо ҡунаҡсыл майҙансыҡҡа йыя. Һабантуй - ул милләтебеҙгә ҡарамай, татыу итеп бергә йәшәүебеҙгә шатланабыҙ һәм йәштәргә ата-бабаларыбыҙҙың йолаларын тапшырыу сараһы ла. Ленинград еренең башҡорт мәҙәниәтен нисек йылы ҡабул итеүен күреү ҡыуаныслы, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дәүләт думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова. Һабантуйҙа шулай уҡ башҡа төбәктәр вәкилдәре, абруйлы ҡунаҡтар ҡатнашты.
Башҡортостан исеменән һабантуйҙы ойоштороусы сифатында ғафуриҙар өсөнсө тапҡыр ҡатнаша. Беҙҙең делегацияны район башлығы Венер Вахитов етәкләне. Башҡорт милли ихатаһын әҙерләү, ойоштороуға йылдағыса Дәүләкән менән Ғафури районы яуаплы ине һәм, ҡунаҡтар билдәләүенсә, әҙерлек кимәле юғары булды. Татар һәм башҡорт этноауылдары килеүселәрҙә айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Башҡортостан Республикаһы ихатаһына ингән ерҙә арҙаҡлы ҡунаҡтарҙы, Петербург һәм Ленинград өлкәһе халҡын "Асанай" фольклор ансамбле дәртле йыр-моң, татлы сәк-сәк менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар шулай уҡ традицион ризыҡтарҙан, ҡыҫтыбый, бауырһаҡтан һәм сәк-сәктән ауыҙ итте. Ә инде түмәрҙә бешерелгән ҡоймаҡ уларға айырыуса оҡшаны. Әйткәндәй, районыбыҙҙың киң билдәле “Сифат тирмәне” (ШЭ Н.Т.Фомин) әҙерләгән икмәк-ҡалас изделиелары, ҙур бәлештәре матур биҙәлеше, тәмлелеге менән байрамға килеүселәрҙе хайран итте. Һәр икенсе кеше “былар муляжмы, әллә ысынмы, уларҙы ашарға буламы?” - тип һораны. Ҡамырҙан шундай матурлыҡ тыуҙырып була икән дә, тип аптырашты улар. Шифалы үлән сәйенә ҡушып рәхәтләнеп тәмләне ҡунаҡтар был ризыҡтарҙы.
Һөнәрселек рәттәрендә лә тормош ҡайнай: ҡунаҡтар милли биҙәүестәр, баш кейемдәрен ихлас һатып ала. Ҡул эше оҫталары йәрминкәлә әүҙем ҡатнаша, байрамға килеүселәргә үҙ эштәрен тәҡдим итә.
Бал ихатаһы ла умарталай гөрләп тора: байрамға килеүселәр сәскә, йүкә, ҡарабойҙай, көнбағыш, солоҡ балын тәмләй һәм һатып ала, шулай уҡ прополис, сәтләүекле һәм төрлө емештәр ҡушылған сувенир балға ла һорау ҙур булды. Ҡунаҡтар милли эсемлектәрҙән (ҡымыҙ, буҙа, айран, бал балы) ауыҙ итте.
Районыбыҙ мәҙәниәт бүлеге хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтар өсөн бай программа әҙерләне. Майҙансыҡтарҙа традицион һөнәрҙәр буйынса мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәре үтә: кемдер кейеҙҙән биҙәүес, йә булмаһа сувенир эшләргә өйрәнһә, икенселәрҙе этно биҙәүестәр эшләү техникаһы ҡыҙыҡһындыра... Туҡыма киҫәктәренән ҡорама ҡорау сере, техникаһы ла ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Традицион уҡ атыу һәм “Ҡара ҡаплан” боронғо төрки ҡатнаш хәрби көрәш сәнғәте буйынса Илшат Хәбибуллин ойошторған оҫталыҡ дәресе лә бик күптәрҙе йәлеп итеп, үҙҙәрен мәргәнлектә, таһыллыҡта һынап ҡарарға теләүселәр күп булды. Ҡунаҡтар Денира Биктимерова, Филиә менән бәләкәй Айлина Хәбибуллиналарҙың ир-егеттәрҙән ҡалышмай йәйә киреп уҡ атыуҙарына, мәргәнлектәренә һоҡланып та, көнләшеп тә ҡарағандыр. Милли көрәш бәйгеһендә иһә Красноусолдан Максим Ковешников 80 килограмм ауырлыҡ үлсәмендә берәүгә лә бил бирмәйенсә, үҙен ысын батыр итеп танытты.
Ғафури тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы Башҡортостан Республикаһы милли архивы начальнигы урынбаҫары Зөлфәр Ғәтиәтуллин менән берлектә Башҡортостан буйлап онлайн-экскурсия үткәрҙе. Ҡунаҡтар республиканың матур урындары буйлап виртуаль йөрөүҙән тыш, шәжәрә һәм шәжәрә төҙөү буйынса консультациялар ала алды.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының милли кейемдәре күргәҙмәһе лә байрамға килеүселәрҙе бик ҡыҙыҡһындырҙы.
Теләүселәр милли көрәштә, бүрәнә өҫтөндә тоҡ менән алыштарҙа, һырғауылға менеүҙә, тоҡ кейеп, йомортҡалы ҡалаҡ менән уҙышыуҙа һәм арҡан тартыуҙа үҙ көстәрен һынап ҡараны. Бәләкәй сәхнәлә Ғафури районы артистары тамашасыларға үҙҙәренең моңло йырҙарын, дәртле бейеүҙәрен бүләк итте. Дәртле йыр-моң берәүҙе лә битараф ҡалдырманы, күптәр артистарға ҡушылып рәхәтләнеп йырланылар ҙа, бейенеләр ҙә.
Байрам ысын мәғәнәһендә йылы һәм күңелле булды. Сығыштары менән Башҡортостандан булған ғаиләләр, йәштәр айырыуса күп ине, хатта райондаштарыбыҙҙы ла осраттыҡ был һабантуй яланында.
- Һабантуйға Санкт-Петербургтан килдем. Байтаҡтан бирле үҙебеҙҙең яҡҡа ҡайтҡан юҡ. Үҙебеҙсә, башҡортса һөйләшеп, ауыл ризыҡтарын тәмләп рәхәтләндем, тыуған ауылыма ҡайтҡандай булдым. Тыуған яҡ мөхитен, һауаһын алып килеүегеҙгә рәхмәт, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты үҙен Ишембай районынанмын тип таныштырған Роза исемле ҡатын.
Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылында һабантуй дуҫлыҡ, берҙәмлек, үҙ-ара аңлашыу һәм мәҙәни традицияларҙы һаҡлау сараһы булараҡ айырыуса әһәмиәтле булды. Ленинград өлкәһендәге "Һабантуй-2026"- төбәк-ара байрамы йәнә халыҡ яратҡан һәм берләштергән ваҡиғаларҙың береһе статусын раҫланы. Ҡунаҡтар һәм ҡатнашыусылар киләһе йылда яңы осрашыуҙарға тиклем тыныслыҡ һәм изгелек теләктәре менән хушлашты.
Мәрхәбә Собханғолова.

Барса халыҡ байрам итте,  гөрләп үтте һабантуй
Барса халыҡ байрам итте,  гөрләп үтте һабантуй
Барса халыҡ байрам итте,  гөрләп үтте һабантуй
Барса халыҡ байрам итте, гөрләп үтте һабантуй
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас