+11 °С
Ясно
Антитеррор
Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт
29 Сентября , 05:55

“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын

24 сентябрҙә район мәҙәниәт һарайында Ғафури һәм Стәрлетамаҡ райондары артистары ҡатнашлығында “Дуҫлыҡ күпере” тип аталған хәйриә концерты үтте.

“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
  • Беҙҙең берҙәмлегебеҙ бына шул төрлөлөктә. Төрлө телдә йырҙар, йолалар, беҙҙең рух, хис, бер үк ҡаҙаныштар һәм киләсәккә ынтылыш ята. Бөгөнгө сара берҙәмлекте күрһәтеүҙең, күңелдәрҙе берләштереүҙең тағы ла матур бер юлы, - тип, концертты алып барыусылар Альбина Ишкина менән Фәнзил Ғәлин башлап ебәрҙе. Концертта тыуған яҡҡа һөйөү, мөхәббәт һәм патриотик йырҙар яңғыраны.

Район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Сабирова тамашасылар алдында сығыш яһап: “Дуҫлыҡ, туғанлыҡ күперҙәре емерелмәһен, төрлө милләт халыҡтары татыу, берҙәм ғаилә булып йәшәгән республикабыҙҙа тик дуҫлыҡ, шатлыҡ, бәхет йырҙары ошолай яңғырап торһон”, - тине.

“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
“Дуҫлыҡ күпере” нығынһын
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас