+2 °С
Болотло
Антитеррор

Тормош юлы уның бер китап

Кешеләр менән ихлас аралашып, күңел төпкөлөнә төшһәң, һәр кемдең тормош юлы – том-том китаплыҡ. Уның һәр томында уларҙың шатлыҡ-һөйөнөстәре, уңыштары менән бергә тормош юлында осраған ҡаршылыҡтар, ауырлыҡтар, һынауҙар ҙа сағылыш таба. Һәм бына ошо һынауҙарҙа һынғаны-һығылғаны, тотош ғүмерен зар яланына әйләндергәне менән бер рәттән күркәм холҡо, рух ныҡлығы, ихтыяр көсө, һүнмәҫ өмөтө менән башҡаларға үрнәк булып йәшәгәндәре лә бихисап.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тормош юлы уның бер китапТормош юлы уның бер китап
Тормош юлы уның бер китап

Еҙем-Ҡаран ауылынан ошо көндәрҙә үҙенең олпат юбилейы - 80 йәшен билдәләгән мәҙәниәт ветераны, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы Исҡужина тап шундай кешеләрҙең береһе. Уңыш-ҡаҙаныштарҙан башы әйләнмәй, ауыр-ауыр һынауҙарға бирешмәй, тормош юлы, булмышы менән күптәргә өлгө булып ғүмер үренә артыла ул.
- Бәләкәйҙән артистка булырға хыялландым. Мәктәптә үткән бер генә саранан да ситтә ҡалмай торғайным. Йырларға ла, тасуири итеп шиғыр уҡырға ла ярата инем. Алып барыусы булғаным да булды. Үҙебеҙҙәге һигеҙ йыллыҡ мәктәпте тамамлағас, Сәйетбабаға уҡырға барҙым. Унда ла мәҙәни тормош уртаһында ҡайнаным, - тип бер нисә йыл элек үҙенең хәтирәләре менән уртаҡлашҡайны Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы.
Урта мәктәпте тамамлағас, ауылда клуб мөдире булып эш башлай ул. Бала саҡ хыялын тормошҡа ашырып, дәртләнеп, ең һыҙғанып, маҡталып эшләй. Үҙен ысын сәхнә кешеһе, яҡшы ойоштороусы итеп танытып өлгөргән Әлфиәне киләһе йылына уҡ Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға ебәрәләр.
1969 йылда инде уҡыуын тамамлап, “Халыҡ театры режиссёры” һөнәренә эйә булған йәш белгесте Еҙем-Ҡаран мәҙәниәт йорто директоры итеп тәғәйенләйҙәр. Ярым емерек, һыуыҡ булыу өҫтөнә музыка ҡоралдары ла, сәхнә кейемдәре лә булмаған “мәҙәниәт усағында” эш башларға тура килә уға. Әммә тәүәккәл ҡыҙ төшөнкөлөккә бирелмәй, ең һыҙғанып эшкә тотона. Күп тә үтмәй, ҡотһоҙ мәҙәниәт усағына йәм-йән инә. Ауылдың һәләтле йәштәрен туплап концерттар ойоштора, драма түңәрәге эшләй башлай. Ошо уҡ йылда һәүәҫкәр артистар менән 23 февралгә “Һыҙылып таңдар атҡанда”, 8 мартҡа Ә.Атнабаевтың “Зөбәйҙә лә әҙәм балаһы”н, артабан башҡа спектаклдәрҙе сәхнәгә сығаралар.
Бәхетен дә тап Еҙем-Ҡаранда осрата Әлфиә. Ил алдындағы бурысын үтәп ҡайтҡан Фринад менән бер күреүҙән бер-береһен оҡшатып, ғаилә ҡороу хаҡында уйлана башлайҙар.
Тырыш, уңған, һәләтле йәш белгесте юғарыла тиҙ күрәләр һәм, йыл ярым самаһы эшләгәс, Әлфиә Ғәббәс ҡыҙын район мәҙәниәт йорто директоры итеп күсерәләр. Уның артынса Фринад та Красноусолға килеп, ДОСААФ-тың район бүлексәһендә эш башлай һәм оҙаҡламай йәштәр яҙмыштарын бергә бәйләй. Йыл үтеүгә инде беренсе улдары Флорид тыуып, атай-әсәй булырға ла өлгөрәләр.
Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы бында ла дәртләнеп эшкә тотона, декрет ялына ла туҡтамайынса урыҫлашып бөткән Усолка халҡы араһынан бөртөкләп һәләтле башҡорт йәштәрен табып, туплап, драма түңәрәге ойоштора. Күп тә үтмәй, Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” трагедияһын сәхнәгә сығара.
- Ул ваҡытта миңә 26 ғына йәш булған. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҙур, етди әҫәр - трагедияны сәхнәләштерергә баҙнат итеүемә әле килеп ғәжәп итәм, - тип был йылдарҙы иҫкә ала бөгөн юбиляр. - Беҙ был трагедия менән Ҡырмыҫҡалыла зона смотрында ҡатнашып, 1-се урын алдыҡ һәм Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа 40 минутлыҡ өҙөк менән сығыш яһау бәхетенә ирештек...
Был әҫәр байтаҡ ваҡыт сәхнәнән төшмәне. Айырым ролдәрҙе башҡарыусылар алмашынһа ла төп коллектив үҙгәрешһеҙ ҡалды. Оло быуын был тамашаны, унда ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистарҙы әленән-әле һағынып иҫкә ала. Бөгөн “халыҡ театры” исемен йөрөткән Ғафури театрына тап Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы нигеҙ һала ла инде.
Дүрт йылдан һуң Исҡужиндар ғаиләһенә Еҙем- Ҡаранға күсеп ҡайтырға тура килә. Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы ҡайтҡас, ауылдың мәҙәни тормошо тағы ла йәнләнә. Тарҡалып өлгөргән коллективты яңынан туплап, яңы спектаклдәр әҙерләнә, концерттар ҡуйыла, төрлө саралар ойошторола.Төп эшенән тыш элекке Мәжит Ғафури исемендәге колхоздың ялҡынлы агитаторы, урындағы радиотапшырыуҙарҙы алып барыусы була. Ҡыҙыу баҫыу эштәре осоронда баҫыу стандарында, ырҙын табаҡтарында, шулай уҡ фермаларҙа булып, хеҙмәт алдынғыларын данлаған стена гәзиттәре сығара. Тап бына шул осорҙа уҡ район гәзите менән әүҙем хеҙмәттәшлек итеп, хеҙмәт алдынғылары, өлгөлө ғаиләләр хаҡында мәҡәләләр ебәрә. Ана шул саҡта уҡ уның шағирлыҡ һәләте лә асыла. Башта “Молния”лар сығарғанда кемгәлер арнап дүртюллыҡтар, рифмалап ҡотлауҙар яҙһа, әкренләп күңеленә килгән төрлө темалар буйынса матур шиғырҙарға күсә.
Тормош иптәше уның уң ҡулы булып, һәр яҡлап ярҙам итә: спектаклдәрҙә лә, төрлө байрам сараларында ла теләп ҡатнаша, күп ваҡыт улар парлы ролдәрҙе башҡара. Фринад Ғилметдин улы Мәжит Ғафури исемендәге колхозда автомеханик булып эшләй. 1976 йыл урып-йыйыу эштәрендә юғары һөҙөмтәләргә өлгәшкәне өсөн ул ВДНХ-ның “Алтын башаҡ” миҙалы менән бүләкләнә. Һәм ошо уҡ йылда икенсе улдары - Әлфир донъяға килә.
1970 йылда Еҙем-Ҡаранда Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың 90 йыллығы уңайынан асылған йорт-музейҙы киңәйтеүгә, экспонаттар менән байытыуға ла Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы тос өлөш индерә, музейҙа шағирҙың ижадына арналған төрлө саралар, осрашыуҙар ойоштора.
1980 йылда ауыл китапханаһына эшкә күсһә лә, Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы мәҙәниәт йорто менән бәйләнеште өҙмәй. Төрлө саралар ойоштора, драма түңәрәге артистары менән яңынан-яңы спектаклдәр әҙерләй. Иң мөһиме - уның етәкселегендә әҙерләнгән спектаклдәр йылдың-йылы “Театр яҙы” фестивалендә юғары баһа ала. Китапхана эшен дә үҙенә генә хас булған дәрт-сәм менән йәнләндереп ебәрә. Әленән-әле төрлө әҙәби кисәләр, мәктәп уҡыусылары менән әңгәмәләр, тасуири итеп шиғыр уҡыу буйынса конкурстар үткәрә. Әйткәндәй, Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы шиғырҙар уҡырға, айырыуса юмористик шиғырҙарҙы уҡырға ярата. Яҙыусылар менән бер осрашыу ваҡытында шулай тасуири итеп Әнғәм Атнабаевтың сатирик шиғырын уҡығас, шағир унан “тағы кемдәрҙең шиғырын беләһең?”- тип һорап ҡуя. Аптырап тормай Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы, осрашыуға килгән һәр шағирҙың бер шиғырын һөйләп, барыһын да шаҡ ҡатыра.
Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының тәбиғәттән бирелгән һәләте, фиҙаҡәр хеҙмәте тейешенсә баһалана. Тура һүҙлелеге, ғәҙеллеге менән ауылдаштарының да ихтирамын һәм ышанысын яулай. Ауылдаштары уны бер нисә саҡырылыш рәттән ауыл Советы депутаты итеп һайлай, оҙаҡ йылдар һуҙымында һайлау комиссияһы ағзаһы була. Ул - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, төрлө кимәлдәге конкурс һәм фестивалдәр еңеүсеһе. Күп һанлы Маҡтау грамоталары, Рәхмәт хаттары, махсус Дипломдар ҙа уның фиҙаҡәр һәм емешле хеҙмәте тураһында һөйләй.Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан уға юбилей миҙалы тапшырылды. Бөтә был наградаларын ул сикһеҙ ғорурлыҡ менән ҡәҙерләп һаҡлай.
Тормошта барыһы ла һин теләгәнсә генә булмай шул. Уйламаған-көтмәгәндә ҡайғы-хәсрәттәр, юғалтыуҙар һағалап тора. Әлфиә апай тормошонда ла күп булды улар. Йүгереп уйнап йөрөгән 9 йәшлек Әлфир улдарын юғалтыу ҡайғыһы бер аҙ баҫылыуға, армияла хеҙмәт итеп, Чечен ваҡиғаларын йөрәге аша үткәреп, тыныс тормошта үҙ урынын табып, ғаилә ҡороп, балалар атаһы булған оло улдары Флорид та фажиғәле рәүештә вафат була. Нисек кенә ауыр булһа ла Әлфиә апай менән Фринад ағай үҫеп килгән ейән-ейәнсәре хаҡына ҡайғыларын бауырына баҫып, 25 йәшендә генә тол ҡалған килендәре Рәзинәгә терәк булып йәшәү өсөн үҙҙәрендә көс таба. Балалар хәҙер үҫеп еткән инде, ейәндәре Әлфир хәҙер үҙе өс бала атаһы. Бөгөн улар Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының шатлыҡ-йыуанысы ла, таяныстары ла.
Тик яҙмышы Әлфиә Ғәббәс ҡыҙының ныҡлығын, сабырлығын һынауын дауам итә. Үткән йыл аяуһыҙ сирҙе еңеп, бер-береһенә таяныс булып гөрләтеп кенә йәшәп ятҡан бер мәлдә ғаилә башлығы ҡаты имгәнде. Ирен сабый балалай итеп ҡарай, тәрбиәләй Әлфиә апай. Әммә сир үҙенекен итә, бынан бер йыл элгәре, барыһын да ауыр ҡайғы-хәсрәткә күмеп, Фринад Ғилметдин улы баҡыйлыҡҡа күсә. Хоҙай Тәғәлә кешегә күтәрә алмаҫлыҡ ҡайғы бирмәй тиҙәр, ысындыр, Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы ла нисек кенә ауыр булһа ла был юғалтыуҙы ла сабырлыҡ менән үткәрә. Ауыр саҡтарҙа үҙенә ныҡлы таяныс булған килене Рәзинә, ейән-ейәнсәре, Салауат ҡустыһы һәм барса туғандарына рәхмәтле булып йәшәй ул.
Аллаһы Тәғәлә ауырлыҡтарҙы, һынауҙарҙы үткәрә алғандарға еңеллеген бирә, тип тә әйтәләр. Әлфиә Ғәббәс ҡыҙын да алда бары тик еңеллектәр, шатлыҡлы мәлдәр көтһөн. 1 октябрь - Оло йәштәгеләр көнө Әлфиә Ғәббәс ҡыҙы өсөн икеләтә байрам. Тап ошо көндө ул 80 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны олпат юбилейы уңайынан ихлас ҡотлап, ныҡлы һаулыҡ, алдағы йылдарын бары тик шатлыҡ-һөйөнөстәр менән именлектә генә үтеүен теләргә ҡала.
М. Дәүләтбаева.

Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас