

Премия йыр сәнғәтен үҫтергән өсөн композитор Рим Хәсәновҡа, “Бер ғүмер етмәй икән” спектакле өсөн Милли йәштәр театры баш режиссеры Рөстәм Хәкимов һәм “Ағиҙел” журналының баш мөхәррире Мөнир Ҡунафинға тапшырыла.
“Башҡортостан” концерт залы баш режиссеры Илшат Фәхертдинов халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендәге сараларҙы тормошҡа ашырған өсөн шулай уҡ Салауат Юлаев премияһына лайыҡ булды. Дәүләт бүләге “41-се йыл ҡатындары” һәйкәле авторҙары Владимир Лобанов, Рөстәм Хәсәнов, Фирдант Нуриәхмәтов һәм Илгиз Фәйзуллинға ла бирелә.
Бүләкләү тантанаһы 11 октябрҙә – Республика көнөндә үтә.
Барлыҡ еңеүселәрҙе һәм рухташтарыбыҙҙы ысын күңелдән ҡотлайбыҙ һәм артабан да уңыштар теләйбеҙ!
💐Ҡотлайбыҙ!