+24 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
9 Июнь 2022, 11:05

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Ҡәҙерле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыу тамамланырға ла күп ҡалманы. Ташламалы осорҙо файҙаланып, 6 июндән 16-һына тиклем арзаныраҡ хаҡҡа гәзиткә яҙылып ҡалығыҙ.

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!
“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Бүләктәр отор өсөн квитанцияларығыҙҙы ре-дакцияға (Красноусол ауылы, Фрунзе,33) йәки электрон почтаға ([email protected]) ебәрегеҙ.
Йылдағыса, һеҙҙең өсөн акция-лар бара:
1. “Коллектив менән “Табын”ға!” - предприятие, ойошмаларҙың хеҙмәт коллективының 50 проценттан ашыуы “Табын”ға яҙылһа, улар тураһында гәзиттә мәҡәлә донъя күрәсәк.
2. “Табын” бүләк ит!” һәм “Ата-әсәйеңде гәзиткә яҙҙыр һәм ташламалы хаҡҡа ҡотлау бир” – оло йәштәге яҡындарығыҙ, туғандарығыҙ, күрше-күләндәрегеҙҙе гәзиткә яҙҙырыуҙың иң уңайлы ысулы. Ата-әсәләрен яҙҙырыусылар йыл аҙағына тиклем гәзит битендә 50 процент ташлама менән уларҙы бер тапҡыр ҡотлай ала. Ташлама подписка 6 айға яҙылған осраҡта ғына бирелә!
3. “Мин “Табын”ға яҙылдым!” флеш-мобы.
“Табын” гәзитенә яҙылыуҙы дәлилләгән гәзит тотоп төшкән фотоны гәзиттең "Бәйләнештә"ге төркөмөнә ебәрегеҙ. Иң күп "лайыҡ" йыйыусыға – бүләк.
4. “Табын”ды яҙҙырыусы дуҫтарыбыҙ өсөн – 20 кешене гәзиткә яҙҙырғандарға – бушлай подписка! 30 квитанция булһа, быға өҫтәп үҙе тураһында гәзиттә мәҡәлә баҫыласаҡ.
5. Реклама биреүселәр өсөн “Бүләккә - подписка” акцияһы. “Табын”ға 1 айға стандарт модулле реклама биреүсегә – бүләккә 1 айға бушлай электрон подписка (редакцияла яҙҙырыла).
6. Почтальондар өсөн: “Табын”ға иң күп яҙҙырған 3 почтальонға матбуғатҡа яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса – бүләктәр.
“Табын”ға ярты йылға яҙылыу ташламалы ун көнлөктә 835 һум 14 тин тора. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм 1-се төркөм инвалидтары 784 һум 8 тингә яҙыла ала. Красноусолда йәшәүселәр өсөн (Новоселок биҫтәһенән тыш) гәзиткә яҙылыу - 750 һум.

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!
“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: