-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
6 Июнь , 10:20

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!

“Табын” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу менән бер рәттән бүләк отошо ла бара. Бурлы ауылынан тәүге еңеүсебеҙ – сәйнүк отҡан Альфира Абдрахманова үҙенең бүләген шатланып килеп алды.

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!

Был бүләк лайыҡлы кешегә тап килеүенә редакция хеҙмәткәрҙәре лә һөйөнөп бөтә алманы. Сөнки, Альфира Масһар ҡыҙы гәзитте һәр саҡ алдыра, күпселек йыллыҡ яҙҙырып ҡуя икән. Үҙе 37 йыл һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Алдынғы хеҙмәткәр тормош иптәше менән өй һалып, донъя ҡороп, ике ҡыҙ, ул үҫтергәндәр. Тик былтыр тормош иптәше вафат булып, ауыр ҡайғылар ҙа кисергән. “Гәзитте үҫкәндә ғүмер буйы атайым алдырҙы, хәҙер 46 йыл үҙ донъямда йәшәгәнемә, алдырмай ҡалғаным юҡ. Рәхмәт инде, беренсе тапҡыр бүләк оттом”, - ти Альфира апай үҙ бүләген ҡулына алып.
-Ғаиләлә 10 бала үҫтек, барыбыҙ ҙа фермала эшләнек. Әлеге ваҡытта 10 баланың 9-ҙы иҫән. Барыбыҙҙың да тормоштары матур. Әти-әнигә беҙҙе эш менән тәрбиәләгәндәре өсөн рәхмәтлебеҙ. Улар хәҙер теге донъяла ожмах түрендәлер, тип уйлайым. Ауылда туғаным менән икебеҙ ҡалып, хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләнек. Беҙ эшләгәндә октябрь башынан алып апрель айына тиклем әсе һыуыҡтар була торғайны. Аппараттарҙың туңыуы үҙәккә үтә ине. Ошо тиклем ауыр эштәрҙә эшләп, хаҡлы ялға сығып йәшәүемә Аллаһы Тәғәләгә рәхмәттәр уҡыйым. Элек эшләгән апайҙар тураһында ла әйтеп китәһем килә. Улар ауыр хеҙмәттә, ҡул көсө менән һыйыр һауып, бер-береһе менән ярышып эшләнеләр. Әлеге ваҡытта уларҙың береһе лә был яҡты донъяларҙа юҡ инде. Бына улар: Хәлимә, Клара, Фәриҙә, Зәйтүнә, Гөләйсә, Рәүсилә, Галя, Мәүсилә, Мөнирә апайҙар. Улар мәңгелек донъяла тыныс ятһындар, - тип үҙенең үткәндәрен дә һөйләп алды Альфира апай.
Эйе, бүләккә отҡан сәйнүк арҡаһында хәтер теҙмәләрен тағатып, күпме матур иҫтәлектәрҙе асып һалдыҡ. Альфира апайға ныҡлы һаулыҡ, бәхетле, бәрәкәтле оҙон ғүмер насип итһен Хоҙай.
Алдағы аҙнаның бүләге, бәлки, һеҙҙең өлөшкә булыр. Шуға ла тиҙерәк гәзиткә яҙылып, квитанцияғыҙҙы ебәрә һалығыҙ. Кемдеңдер үҙенә яҙған бүләген алып шатланыуы ла барыбыҙ өсөн һөйөнөслө хәл бит. Балаларыбыҙҙың туған телдәрендә һөйләшмәүенә зарланып түгел, ә үҙ телебеҙҙә сыҡҡан баҫмаларға яҙылып, уларҙы гәзиттең яҡын дуҫтары, серҙәштәре итәйек.
Икенсе бүләк отоусыбыҙ ҙа йәйҙең матур көнөндә ҡояш кеүек йылмайып, бер аҙ уңайһыҙланып ҡына килеп инде редакцияға. Ҡауарҙы ауылынан Рәйсә Сурағолова өлөшөнә йогурт әҙерләүсе ҡоролма эләккән ине. Ул ошо ауылда тыуып-үҫеп, тормош иптәше менән күркәм ғаилә булып йәшәйҙәр. Өс ул үҫтергәндәр, улдары хәҙер эшләп йөрөйҙәр. Үҙе лә өс тиҫтәнән артыҡ йылдар балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып эшләгән кешегә бүләген дә атап тәғәйенләгән кеүек. “Гәзитте йыл да алдырабыҙ, яратып уҡыйбыҙ. “Табын”ыбыҙ сығып торһон, дауамлы булһын”, - ти Рәйсә Сабит ҡыҙы.
Бүләкте алыуы ғына түгел, биреүе лә күңелле икән. Алда донъялар тыныс булып, “Табын”ды даими алдырған гәзит уҡыусылар менән яҡындан танышып, шулай бүләктәр ҙә тапшырып, бергә-бергә яңылыҡтар уртаһында ҡайнап йәшәргә яҙһын. Гәзиткә яҙылып, бүләк отошонда ҡатнашырға квитанцияларығыҙҙы ебәрергә генә онотмағыҙ.
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы аҙна еңеүсеһе - үтек отҡан Венер Халиҡовты (Красноусол ауылы, Дзержинский урамы,5) 10 июнь редакцияла көтәбеҙ.
Ташламалы осорҙа “Табын”ға 978,48 һумға, пенсионерҙар – 924,72 һумға, Красноусолда йәшәүселәр (Новосёлок биҫтәһенән тыш) 858 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон варианты 858 һум.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!
Гәзитле лә, бүләкле лә булдылар 10 июндән 20-һенә тиклем “Табын”ға арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: