+10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
14 Июнь , 12:14

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! 20 июнгә тиклем гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була

Подписка тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Гәзитле лә, бүләкле лә булыр өсөн “Аҙна һайын бүләк” отошона ҡушылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33, [email protected] электрон адресына йәки гәзиттең Бәйләнештә социаль селтәрендәге https://vk.com/tabivgazite төркөмөнә ебәрегеҙ.

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! 20 июнгә тиклем гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була
“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! 20 июнгә тиклем гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була

Һеҙгә бүләктәр биреүҙе дауам итәбеҙ. “Аҙна һайын бүләк” отошонда үтек отҡан Венер Халиҡов (һүрәттә) бүләген редакциянан килеп алғанда:
- “Табын”ға йыл да яҙылһаҡ та, бүләк отоуыбыҙ беренсе тапҡыр. Гәзитте ғаиләбеҙ менән уҡып барабыҙ, бигерәк тә спорт, йәштәр тураһындағы мәҡәләләр оҡшай. Бынан һуң да яҙылып торорбоҙ, эшегеҙҙә уңыштар теләйем, - тип рәхмәт әйтеп хушлашты.
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы аҙна еңеүсеһе - вафля бешергес ҡоролма отҡан Гөлүзә Садыҡованы (Ибраһим ауылы, Еҙем урамы,10) 18 июнь редакцияла көтәбеҙ.
Шулай уҡ йылдағыса “Башҡортостан Республикаһы” Нәшриәт йорто ла “Матбуғатҡа яҙыл һәм бүләк от!” конкурсы иғлан итә. Был юлы НОУТБУК, ТЕЛЕВИЗОР, МОТОБЛОК, ҺЫУЫТҠЫС ҺАНДЫҠ, САҢ ҺУРҘЫРҒЫС-РОБОТ уйнатыласаҡ. Ике баҫмаға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен 15 июлгә тиклем исем-фамилия, йәшәү урыны, телефон яҙылған хаттарығыҙҙы 450079, Өфө ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 13, 2-се этаж, “Башҡортостан Республикаһы” ДУП-ы адресына, йәки [email protected] электрон адресына ебәрегеҙ. Бүләктәр июль айында “Сәләм” тапшырыуында тура эфирҙа уйнатыласаҡ.
Ташламалы осорҙа “Табын”ға 978,48 һумға, пенсионерҙар – 924,72 һумға, Красноусолда йәшәүселәр (Новосёлок биҫтәһенән тыш) 858 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон варианты 858 һум.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! 20 июнгә тиклем гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була
“Табын”ға яҙыл да, бүләк от! 20 июнгә тиклем гәзиткә арзаныраҡ хаҡҡа яҙылырға була
Автор:Гульдар Кинзябаева
Читайте нас: