-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Июнь , 10:40

Гәзиткә яҙылыу тамамлана Яҙылып өлгөрөгөҙ!

Подписка тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Гәзитле лә, бүләкле лә булыр өсөн “Аҙна һайын бүләк” отошона ҡушылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен Красноусол ауылы, Фрунзе урамы, 33, [email protected] электрон адресына йәки гәзиттең Бәйләнештә социаль селтәрендәге https://vk.com/tabivgazite төркөмөнә ебәрегеҙ.

Гәзиткә яҙылыу тамамлана  Яҙылып өлгөрөгөҙ!
Гәзиткә яҙылыу тамамлана Яҙылып өлгөрөгөҙ!

Был аҙнала гәзиттең бүләген отоусы Ибраһим ауылынан Гөлүзә Садиҡова үҙенә яҙған вафля бешергес ҡоролманы ҡыуанып килеп алды.
- Класташтар группаһында "һин бүләк отҡанһың" тигән яҙыуҙы уҡығас, ышанмайыраҡ торҙом, һуңынан Хәлисә клас-
ташым фотоға төшөрөп һалғас, шул тиклем шатландым. Беренсе тапҡыр бүләк оттом бит. Юбилейыма Ринат, Рәсим улдарым бүләккә ҡушып "Табын"ға подписка бүләк иткәйнеләр. Бына гәзитле лә, бүләкле лә булдым. Үҙем төрлө эштәрҙә эшләп, балалар баҡсаһында ашнаҡсы булып эшләп, пенсияға сыҡтым. Тормош иптәшем вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Ике ейәнсәребеҙ, бер ейәнебеҙ бар. Июль айында икенсе улыбыҙға туй үткәрергә йыйынабыҙ. Килен сәйенә был шәп ҡоролма булды, - тип, үҙе менән таныштырҙы ихлас, асыҡ күңелле бүләк отоусыбыҙ һәм изге теләктәр ҙә юлланы.
Эйе, үҙ телебеҙҙә сыҡҡан гәзитебеҙҙе уҡыйыҡ, яҙылайыҡ, кем белә, бәлки, киләһе бүләк һеҙҙең өлөшкә төшөр.
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы аҙна еңеүсеһе - кофе ҡайнатҡыс отоусы Ф.В. Ишемйәрованы (Имәндәш ауылы, Колхоз урамы, 64) 25 июндә редакцияла көтәбеҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыу осоро менән бергә һеҙгә бүләктәр таратыу ҙа аҙағына яҡынлашты.
2024 йылдың икенсе ярты йыллығына гәзиткә яҙылыу һөҙөмтәләре буйынса 28 июндә редакцияла Матбуғатҡа яҙылыусы көнө үтә. Унда вентилятор, йәшелсә-емеш киптергес һәм электрогриль уйнатасаҡбыҙ! Ошо көндә гәзиткә яҙылыусыларҙы татлы приздар көтә. “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә ашығығыҙ!
“Табын”ға 1107,54 һумға, пенсионерҙар – 1048,14 һумға, Красноусолда йәшәүселәр (Новосёлок биҫтәһенән тыш) 858 һумға яҙыла ала. Гәзиттең электрон варианты 858 һум.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Гәзиткә яҙылыу тамамлана  Яҙылып өлгөрөгөҙ!
Гәзиткә яҙылыу тамамлана Яҙылып өлгөрөгөҙ!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: