-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
21 Июнь , 17:00

Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо

Ваҡыт тигәнең тиҙ уҙа. Әле генә гәзитебеҙҙең беренсе ярты йыллығына яҙылғайныҡ, икенсе ярты йыллыҡҡа ла  подписка тамамланырға һанаулы ғына көндәр ҡалды. Матбуғатҡа ташламалы хаҡҡа яҙылыу осоро тамамланмаҫ элек тип, редакция хеҙмәткәрҙәре 20 июлдә Ҡурғашлы ауылына барып, “Табын” гәзитенә яҙылыу ойошторҙо. Ул Ташбүкән ауыл биләмәһе башлығы Илдар Мөғәттәр улы Ҡотов менән “Табын” гәзитенең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаеваның тәҡдиме менән килеп сыҡҡан беренсе өйҙәргә йөрөп гәзиткә яҙҙырыу килешеүе булды.

Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо

Иртә менән ауылдың матур ерҙә урынлашыуына хайран ҡалып, ауыл биләмәһенән гәзиткә яҙылыусыларҙың исемлеген алғас, эшкә тотондоҡ. Ауыл биләмәһе башлығы үҙенең белгесен – Линара һылыуҙы, төштән һуң шоферы Венер Ҡотовты  беҙгә ярҙамға ҡушып ҡуйҙы.

Таң менән тигәндәй, бар урамға “Фатима” йыры ағылған йортҡа инеп киттек. Йорт хужалары еңел ҡулдан, гәзиткә яҙылып, өйгә килеп яҙҙырғандары өсөн рәхмәт әйтеп оҙатып ҡалдылар. Уларҙың йылы ҡараштары, ҡолаҡта һаман сыңлап торған моң аҫтында тиҙ генә бер нисә өйгә кереп подписка эшләп тә сыҡтыҡ. Ике өйҙә генә, тәүгеһендә күҙе күрмәү сәбәпле, икенсеһендә оло кеше булғанлыҡтан яҙыла алманылар. Улар ҙа сәбәптәрен аңлатып, матур итеп оҙаттылар. 21-се быуат, Үҙәк һәм башҡа урамдарҙа ла теләп яҙылыусылар осрап торҙо, ауылда ҡапма-ҡаршы урынлашҡан ике магазин хужалары ла ихлас яҙылды гәзиткә. Һуңғы кергән йортта йәшәүселәр менән подписка эшләп, күрешкән ҡулдарҙы бер-беребеҙҙән ысҡындыра алмай оҙаҡ торҙоҡ. Эйе, рухи аҙыҡ ҙур көс булыуын аңлауҙарына беҙ ҙә сикһеҙ шатландыҡ. Эш көнө ваҡыты үтһә лә,  ҡайтырға ашыҡманыҡ. Көнө буйы ауыл халҡы менән аралашып, уларҙың йәшәйеше, булмышы менән яҡындан таныштыҡ, күрҙек, ишеттек. Бында ихлас, матур күңелле кешеләр йәшәүенә шатландыҡ. Ололарҙан ҡалышмай йәш ғаиләләрҙең “Табын”лы булыуҙарына икеләтә шатландыҡ. Бында мәктәптәр тормошо, балалар ижады ла баҫыла бара бит. Шулай уҡ урындағы халыҡтың эс-серҙәрен, йөрәк тибештәрен дә тыңланыҡ. Үҙебеҙ үҙенсәлекле бәрәңге, еләк үҫтереү алымдары менән таныштыҡ, ер еләгенән ауыҙ иттек. Ҡурҡашлыларҙың тырышып донъя көтөүҙәре, уй-ниәттәре яҡты булыуҙары һоҡландырҙы. Ауылда мәсет булыуы ла һөйөнөслө.

 

Ҡурғашлыла ауыл биләмәһендәге эштәр менән дә яҡындан таныштыҡ, маҡсаттар, уй-пландар тураһында ла һөйләшеп алдыҡ. Илдар Мөғәттәр улы Ташбүкән, Ҡурғашлы ауылдарына газ үтеү кеүек ҙур эштәр башҡарылыу өҫтөндә тороуын, был төбәктә халыҡ матур йәшәргә ынтылыуын, “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”, коммерциялы булмаған ойошма программалары буйынса эшләнәсәк эштәр хаҡында әйтеп үтте.

Ҡурғашлыларға почтальон булмау сәбәпле, мобиль почта машинаһы матбуғат баҫмаларын тарата. Аралашҡанда ҡурғашлыларҙың барыһы ла тигәндәй “беҙгә почтальон кәрәк” тигән һорау ҡуйҙы. Был мәсьәлә хәл ителеп, гәзит-журналдар ваҡытында килеп торор, тигән ышаныста ҡалабыҙ. Ә кемдәр гәзиткә яҙылған, уларға ҡулдарына алған милли баҫмабыҙҙы шатланып уҡып, бынан ары ла бәйләнеште өҙмәүҙәрен теләп ҡалабыҙ. Бар булайыҡ, гәзитте алдырайыҡ, донъялар тыныс булһын.

Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Ҡурғашлыла “Табын”ға яҙылыу ойошторолдо
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: