Үҙ сиратында Красноусолдар ағымдағы йылдың икенсе яртыһына “Табын” гәзитен Татар Саскүлендәге “Изге йорт”та тәрбиәләнеүселәргә бүләк итергә ҡарар итте.
Бөгөн, изге йома көнө бер төркөм ағинәйҙәр бүләктәр, күстәнәстәр алып, Татар Саскүленә барҙы. Әбей-бабайҙар уларҙы яҡын кешеләрендәй ихлас ҡаршы алды. Сөнки уҙған йылдың көҙөндә лә ағинәйҙәр улар менән ошондай осрашыуға килгәйне. Ихлас аралашыу, ағинәйҙәр килтергән бүләктәр ололарға бик оҡшаны. Һөйләшеү барышында “Изге йорт”та тәрбиәләнеүселәр йәшәү шарттарынан ҡәнәғәт булыуҙарын билдәләп, ошондай миһырбанлы, сауаплы эште ойоштороусы Розалия Фәрит ҡыҙы Рахманғолова етәкселегендәге коллективҡа рәхмәт әйттеләр.
Осрашыуҙан барыһы ла ҡәнәғәт ҡалды.