-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
29 Июнь , 09:15

Бүләктәр уйнатыу дауам итә!

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағыһы - кофе ҡайнатҡыс Имәндәш ауылынан Фәнизә Ишемйәрова өлөшөнә яҙған икән. 28 йыл ауыл биләмәһендә баш бухгалтер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Фәнизә Вилдан ҡыҙы “Табын”дан икенсе тапҡырға бүләк отҡан.

Бүләктәр уйнатыу  дауам итә!
Бүләктәр уйнатыу дауам итә!

-Гәзиткә яҙылмай ҡалғаным юҡ инде ул. Хәҙер миңә 73 йәш. Гәзит килгәс, ҡарап сыҡтым да, башта иғтибар итмәгәнмен. Һуңынан ентекләп уҡырға ултырғас, күреп ҡалып, ҡыҙым Зөлфиәгә шалтыратып, шатлығым менән уртаҡлаша һалдым. Ул да ҡотланы. Элек бергә эшләгән етәкселәр: “Гәзиткә яҙылмаһалар, эш хаҡын бирмә”, - тип талап итәләр ине. Красноусолға барғанда гәзиткә яҙылып, квитанцияны отошҡа ҡалдырып сыҡҡайным, бына бүләк тә отҡанмын, - тип һөйләп алды бүләген алырға килгәндә Фәнизә апай Ишемйәрова.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! Матбуғатҡа яҙылыу тамамланһа ла, өлгөрмәгәндәр 23 июлгә тиклем гәзиткә яҙылып, “Табын”ды 1 авгус-тан алдыра башларға мөмкин.
28 июндә үтәсәк электрогриль, вентилятор, йәшелсә, емеш-еләк киптергес отошо һөҙөмтәләре киләһе һанда буласаҡ.

Бүләктәр уйнатыу  дауам итә!
Бүләктәр уйнатыу дауам итә!
Автор:Альфия Валиева
Читайте нас: