-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
12 Июль , 11:59

“Табын”ға яҙылыу тамамланы, яҙылыусыларға матур бүләктәр уйнатыҡ.

Киләһе ярты йыллыҡҡа “Табын”ға яҙылыуҙы тамамлап, яҙылыусылар араһында матур бүләктәребеҙҙе уйнатып ҡуйҙыҡ.

“Табын”ға яҙылыу тамамланы, яҙылыусыларға матур бүләктәр уйнатыҡ.
“Табын”ға яҙылыу тамамланы, яҙылыусыларға матур бүләктәр уйнатыҡ.

Бүләк уйнатыу бер күңелле мәл булһа, уларҙы тапшырыу ҙа матур тәьҫораттар ҡалдыра.
Тәүге булып бүләген алырға Ҡурғашлынан Гөлнар Әбелғатина килде. Улар ире Илфат менән йәш ғаилә, шәхси эшҡыуарҙар, ауылда магазин тоталар. Редакция хеҙмәткәрҙәре ошо ауылға барып подписка ойошторғанда гәзиткә яҙылып ҡалған булғандар. “Ә былай, уға һәр саҡ яҙылырға тырышабыҙ”, - ти Гөлнар. Уларға ошо миҙгелдә бик кәрәк булған әйбер – емеш-еләк киптергес сыҡҡайны. Рәхәтләнеп тотонорға, тәбиғәт биргән, баҡсала үҫтергән йәшелсә, емештәрҙе йыйып киптереп, ғаиләләренең ризығына яҙһын!
Красноусолдан Альфира Зөлҡәрнәйева атаһына сыҡҡан бүләкте килеп алды. Ҡолҡан ауылында йәшәүсе Ғәзиз ағай Дәүләтшинға 82 йәш икән, Табын лесничествоһында урман ҡараусы булып эшләп, пенсияға сыҡҡан. Әле яңғыҙы булһа ла, матур итеп донъя көтөп тора. Район мәҙәниәт һарайында эшләүсе Альфира үҙ коллективында матбуғатҡа яҙҙырыу эшен дә алып бара, бер юлы атаһына ла гәзитте үҙе яҙҙырған булған. Бүләгебеҙ – электрҙа эшләүсе гриль ҡулайламаһы уңайлы ярҙамсы булыр, күмәкләп йыйылғанда үҙенсәлекле ризыҡтар әҙерләрҙәр, тип ышанабыҙ.
Хөрмәтле гәзит уҡыусылар!
Матбуғатҡа яҙылыу тамамланһа ла, өлгөрмәгәндәр 23 июлгә тиклем гәзиткә яҙылып, “Табын”ды 1 августан алдыра башларға мөмкин.

“Табын”ға яҙылыу тамамланы, яҙылыусыларға матур бүләктәр уйнатыҡ.
“Табын”ға яҙылыу тамамланы, яҙылыусыларға матур бүләктәр уйнатыҡ.
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: