-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
26 Июль , 14:00

Һәр һанын көтөп алабыҙ

Еҙем-Ҡаран ауылынан Килмөхәмәтовтар ғаиләһен “Табын”дың тоғро уҡыусыларының береһе тип әйтергә була.

Һәр һанын көтөп алабыҙ
Һәр һанын көтөп алабыҙ

-Район гәзитен “Йондоҙ” сағынан алдырып уҡыйбыҙ. “Табын”ға ла даими яҙылып, һәр һанын көтөп алабыҙ. Икенсе ярты йыллыҡҡа ла алдан уҡ яҙылып, бүләк отошонда ҡатнашырға тип квитанцияны редакцияға ебәргәйнек. Бына бит, гәзитле лә, бүләкле булдыҡ, - ти үҙҙәренә яҙған бүләк - вентиляторҙы алырға килгән Фәүзиә Мөхәмәт ҡыҙы. Ғаилә башлығы Айҙар Зәйнетдин улы оҙаҡ йылдар М.Ғафури исемендәге колхозда тир түкһә, Фәүзиә Мөхәмәт ҡыҙы 37 йыл Еҙем-Ҡаран участка дауаханаһында шәфҡәт туташы булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтағандар.
- “Табын”дан икенсе тапҡырға бүләк алыуыбыҙ инде, бер нисә йыл элек тә отошта ҡатнашып, саң һурҙырғыс отҡайныҡ. Артабан да гәзиттән айырылмабыҙ, даими яҙылырбыҙ, - тип ышандырҙы ул.
Әйткәндәй, был юлы ла “Табын”ға яҙылырға өлгөрмәүселәр 23 авгусҡа тиклем гәзитебеҙгә яҙылһа, 1 сентябрҙән алдырып уҡый аласаҡтар.
Мәрхәбә Собханғолова.

Һәр һанын көтөп алабыҙ
Һәр һанын көтөп алабыҙ
Автор:Зифа Гайсина
Читайте нас: