-5 °С
Ҡар
“Аҙна һайын бүләк” отошоноң уҙған аҙна еңеүсеһе Яңғыҙҡайындан Флүрә апай Сөләймәнова ғүмере буйы “Ленин” исемендәге колхозда баш бухгалтер булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан. - “Табын” килгәнен көтөп алам. Күп йылдар яратып уҡыйым, ә бүләкте беренсегә отоуым. Гәзит миңә килеп етмәҫ элек үк һөйөнсөһөн һеңлем алды. Почтальоныбыҙ Рәйлә Уразаеванан бик уңдыҡ - ямғыр, буран, ҡаты һыуыҡ тип тормай, гәзитте көнөндә үк килтереп еткерә. Район яңылыҡтарын еткереп торған “Табын” журналис-тарына ла рәхмәтлемен, - тине ул хушлашҡанда.