Үҙе эшләгән осорҙа гәзиткә яҙҙырыуҙы нисек башҡарыуҙары, ошо ғәҙәте ҡанына һеңеп, әле лә һәр кемде гәзиткә яҙылырға өгөтләп йөрөүе тураһында әңгәмә ҡорҙо. Ул саҡтарҙа “Табын”ды күпме кеше алдырыуы тураһында ла һөйләшеп, ишектән сығып оҙатып ҡалдыҡ алсаҡ, ихлас апайыбыҙҙы.
Бер нисә көн үтеүгә үҙебеҙгә Еҙем-Ҡаранға юл төшөп, Рәмилә апайҙың саҡырыуын кире ҡаҡмай, уларға ла кереп сығырға булдыҡ.
Рәмилә Биктимер ҡыҙы Еҙем-Ҡаран ауылында Әмир Әнүәр улы менән матур донъя ҡороп, татыулыҡта ғүмер кисерәләр. Улар Эльвира, Миләүшә исемле ҡыҙҙар үҫтергәндәр. Хәҙер ҡыҙҙары ла үҫеп етеп, үҙаллы донъя көтә. Әмир ағай ветеринар табип булып эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Әле буш ваҡытында балыҡҡа йөрөргә ярата икән.
Әлеге көндә балаларыбыҙҙың үҙ телендә уҡырға теләмәүҙәренә, һөйләшмәүҙәренә зарланабыҙ, ә бына Рәмилә апай кеүек балаларына үҙҙәре гәзиткә яҙылып, башҡаларҙа ла милли баҫмаға һөйөү уятыуы ҡайһылай һәйбәт өлгө түгелме?! Рухи аҙыҡты өҫтөн ҡуйып йәшәгән кешегә һоҡланырға ғына ҡала.