- Гәзиткә һеңлекәшем адресына яҙылған инем. Шылтыратып бүләк оттоң тигәс, ышанмай ҙа торҙом, - ти автомобиль өсөн саң һурҙырғыс отҡан И.Ғәлин.
Ул сығышы менән Бурлы ауылынан. Салауат медицина колледжын тамамлағас “Красноусол” шифаханаһында, ҡалала эшләп алған. Былтыр районға кире ҡайтып, реанимацияла эш башлаған. Терапевт Зөлфиә Рауил ҡыҙы менән Риана, Диана исемле ҡыҙҙар үҫтереүҙәре, кәләше әле бала менән өйҙә ултырыуын да бүләк отоусыбыҙҙан һорашып, белеп ҡалдыҡ.
Йәш ғаиләләрҙең башҡорт телендә сыҡҡан гәзитте алдырыуы икеләтә шатлыҡ, үҙҙәре лә яңылыҡтар уртаһында буласаҡ, балаларында ла ата-әсәһенең ошо гәзитте уҡыуын күреп, был баҫмаға, әсә теленә тартылыу, һөйөү уянасаҡ бит.
Кемдәр “Табын”ға яҙылып өлгөрмәгән, ашығығыҙ, үҙегеҙгә матур Яңы йыл бүләге лә булыр.