- Яңы йыл беҙҙең өсөн һөйөнөслө хәбәрҙәрҙән - бүләктәрҙән башланды, - тип шатлығы менән уртаҡлашты Илгиз Минибай улы, редакцияға бүләген алырға килгәнендә. - Мәҙәниәт йортонда үткән шыршы байрамында лотереяға супер-приз отҡайным, күп тә үтмәне, бүләк гәзиттән “Табын” редакцияһында ойошторолған отошта ла бүләк отоуым хаҡында уҡыныҡ. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Марат Мөхөтдинов ”Изге подписка” акцияһы сиктәрендә Юлыҡтан 7 ғаиләгә, шул иҫәптән ағалары Айрат Минибай улы МХО-ла һәләк булған Моратовтар ғаиләһенә “Табын” гәзитенә подписка бүләк иткәйне һәм бына улар бүләк янына бүләк алып, икеләтә шатлыҡ кисерҙеләр.
- Ауылдашыбыҙ Марат ағайға, редакция хеҙмәткәрҙәренә бик рәхмәтлебеҙ. Эштәрегеҙ гелән һәйбәт, уңышлы булһын, һуғыштар бөтөп, унда йөрөгән барса ағайҙар, егеттәр иҫән-имен әйләнеп ҡайтһын, ауыр ҡайғылар кисерергә яҙмаһын,- тине Илгиз бүләген алырға килгәнендә. Үҙ сиратыбыҙҙа беҙ ҙә уның ихлас теләктәренә ҡушылабыҙ.
Мәрхәбә СОБХАНҒОЛОВА.