Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
10 Апрель 2025, 09:45

Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!

12 апрелгә тиклем матбуғатҡа яҙылыуҙың ташламалы осоро бара.

Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!
Арзаныраҡ хаҡҡа яҙылығыҙ!

Гәзиттә, алдан хәбәр итеүебеҙсә, алдан яҙылыу осоронда (1 апрелгә тиклем) “Табын”ға яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу үтеп, Красноусолдан Резеда Зәки ҡыҙы Бикташева өлөшөнә сәй сервизы төшкәйне.
- Гәзиттән өҙөлгәнебеҙ юҡ, һәр саҡ алдырабыҙ. Бынан 12-15 йылдар элек тә бүләк отҡайныҡ, хәҙер икенсегә “Табын”дан бүләкле булдыҡ. Район хәлдәрен ошо гәзит аша белеп торабыҙ, ауылдаштар күренһә, шатланабыҙ, - ти Ташбүкән ауылында тыуып үҫкән Резеда Зәки ҡыҙы бүләген ҡулына алып.
Бына шулай өлгөр булһаң, гәзиткә лә алдан яҙылғас күңелең тыныс, бүләкле лә булаһың. Шуға ла йәй мәшәҡәттәренә тик-лем “Табын”ға яҙылып ҡуяйыҡ, дуҫтар!
Ташламалы осорҙа яҙылыусылар араһында ла бүләк уйнатасаҡбыҙ. Йәһәтерәк “Табын”ға яҙылып, квитанцияларығыҙҙы редакцияға ебәрегеҙ! “Табын”ға ярты йылға яҙылыу 1042,62 һум, пенсионерҙарға – 972,84 һум тора. Красноусолда йәшәүселәр (Новосёлок биҫтәһенән тыш) редакцияла 870 һумға яҙыла ала. Электрон вариант (редакцияла йәки https://rbsmi.ru порталы аша) – 900 һум.
“Табын”ға яҙылығыҙ, алдырығыҙ, уҡығыҙ, таратығыҙ!

Автор: Альфия Валиева
Читайте нас