Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
7 Май 2025, 11:04

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, ташламалы осорҙа яҙылыусылар араһында бүләк уйнатыу үтеп, Яңғыҙҡайын ауылынан Ғаяз Кәримов бәхетенә автомобиль өсөн саң һурҙырғыс яҙғайны. Ул үҙенең бүләген тормош юлдашы Рәмилә Әнүәр ҡыҙы менән ҡыуанып килеп алды. Отоштары тураһында ауыл почтальоны Рәйлә Уразаева һөйөнсөләгән.

“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!
“Табын”ға яҙыл да, бүләк от!

Бүләктең лайыҡлы кеше өлөшөнә төшөүе беҙҙең өсөн дә һөйөнөслө булды. Кәримовтар тормош ҡорғас, Яңғыҙҡайында йорт һалып, төпләнә, балалар үҫтереп, оло тормош юлына сығара. Ғаяз Тәлғәт улы – бар ғүмерен тракторсы һөнәренә бағышлаған ер кешеһе, Ленин исемендәге колхоздың алыштырғыһыҙ алдынғы механизаторы. 40 йылдан ашыу ғүмере "тимер ат" руле артында уҙған механизатор хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, тыуған колхозында хеҙмәтен дауам итә. Һөнәре буйынса китапханасы булып, дүрт тиҫтә йылға яҡын эшләп, хәҙер хаҡлы ялдағы Рәмилә Әнүәр ҡыҙы менән бер тауыштан район гәзитенән бер ҡасан да айырылмауҙарын, яҙылмай ҡалғандары булмауын белдерҙеләр. Бынан бик күп йылдар элгәре "Табын"дың иң төп бүләге – саң һурҙырғыс отоуҙары хаҡында ла иҫтәренә төшөрҙөләр. Редакция коллективына иҫән-һау эшләүҙәрен, тираж артып тороуын теләп, рәхмәтле булып хушлашты Кәримовтар.
Бүләк отоусыны ихлас ҡотлайбыҙ! Алда ла гәзит менән бергә булырһығыҙ тип ышанабыҙ!

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас