Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Май 2025, 09:15

Гәзиткә яҙыл да бүләк от!

“Табын” гәзитенә икенсе ярты йыллыҡҡа яҙылыу менән бер рәттән, матур йола буйынса, бүләк отошо ла дауам итә.

Гәзиткә яҙыл да бүләк от!
Гәзиткә яҙыл да бүләк от!

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң уҙған аҙна еңеүсеһе Байымбәт ауылында йәшәүсе Светлана Ғәлина үҙенең бәхетенә яҙған бүләк – сәйнүкте шатланып килеп алды. Шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотоп, күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрап, үҙҙәренән артҡанын йәрминкәгә сығарып, ғаилә бюджетын тулыландырып йәшәй Светлана менән Хәниф Ғәлиндар. Район гәзитен даими алдырып уҡыусы бүләк отҡан ғаилә менән яҡындан танышыуыбыҙға беҙ ҙә шат булдыҡ.
- “Табын” гәзитенә бүләк өсөн яҙылмаһаҡ та, приз отоуыбыҙға бик тә һөйөндөк. Гәзит килгәнен көтөп алабыҙ, күп йылдар яратып уҡыйбыҙ, ә бүләкте тәүгә отоуыбыҙ. Ҡайным Рәхимйән Ғәлин (90 йәшкә етеп килә) Байымбәттә почтальон булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡты, ғүмер буйы “Табын”дан айырылмайҙар, беҙ ҙә ҡалышмаҫҡа тырышабыҙ. Сығышым менән Ауырғазы районы Исмәғил ауылынанмын, атай-әсәйем дә матбуғат баҫмаларын даими алдырҙы, бәләкәйҙән уҡып үҫкәс, Байымбәткә килен булып төшкәс тә өс тиҫтә йылдан ашыу инде район гәзитенә яҙылмай ҡалғаныбыҙ юҡ. Бөтә мәғлүмәтте, район яңылыҡтарын, үҙебеҙ шәхси ярҙамсы хужалыҡ тотҡанлыҡтан, йәрминкәләр үтеүен гәзит аша беләбеҙ. Йондоҙнамә, һауа торошо, Яңы йыл байрамына әҙерлек мәлендә ҡабаланғанда тиҙ генә әҙерләү өсөн рецептар ҙа булыуы менән отошло. Райондаштарға теләк бер: райондың йөҙөн сағылдырыусы “Табын” ды алдырһындар, уҡыһындар, гәзит йәшәргә тейеш! Эшегеҙҙә уңыштар юлдаш булһын, тиражығыҙ кәмемәһен, матур бүләк өсөн ғаиләбеҙ исеменән рәхмәт! – тигән матур теләктәр менән рәхмәтле булып хушлашты Светлана Хәмит ҡыҙы.

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас