Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
4 Июнь 2025, 15:03

Йома һайын “Табын” килһен!

“Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы бүләге отоусы – (йәшелсә, емеш-еләк киптергес) Сәйетбаба ауыл биләмәһенә ҡараған Туғай ауылынан Гөлнур һәм Ришат Рахманғоловтар өлөшөнә яҙған икән. Уларға бүләк отоуҙары тураһында туған тейеш апалары, Сәйетбаба ауылында йәшәүсе Зилә Фәйзуллина һөйөнсөләгән.

Йома һайын “Табын” килһен!
Йома һайын “Табын” килһен!

Өлгөлө ғаилә өс бала үҫтереп, күпләп мал, умарта тотоп, баҡса үҫтереп тулы ҡанлы тормош менән йәшәй. Ғаилә хужаһы Ришат Ирғәле улы “Өфө юл төҙөлөшө” ойошмаһында вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Хужабикә Гөлнур Мәүәл ҡыҙы кәрәкле һәм яуаплы эште үҙ өҫтөнә алып, ауыл халҡынан һөт йыя. Уларҙың оло ҡыҙҙары Рәсимә Өфө ҡалаһында педиатр булып эшләй, тормош иптәше менән Амалия исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Наҙгөл аграр университетын тамамлап, ҡалала эшләй. Айҙар быйыл Сәйетбаба урта мәктәбенең 11-се класын тамамлап, Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырып йөрөй. “Мәктәпте алтын миҙалға, юғары уҡыу йортон да яҡшы билдәләргә тамамлаған апайҙары кеүек Айҙар ҙа һынатмаҫ тип уйлайбыҙ”, - ти ата-әсәй.
- Бүләк отҡаныбыҙға шатландыҡ. “Табын”ды һәр саҡ алдырабыҙ. Был юлы квитанциябыҙҙы тапшырып ҡарайыҡ әле тип, ебәргәйнек, бына, бүләкле булдыҡ. Райондағы хәлдәрҙе ошо гәзит аша белеп торабыҙ инде. Һәр кем гәзиткә яҙылһын, беҙҙең кеүек бүләк отоп та шатланһын, - тип һөйләп үтте Рахманғоловтар.
Ошондай матур ғаиләләр менән яҡындан осрашып, танышыуыбыҙға “Табын”дар ҙа ҡыуанып ҡалды. Уларға һәр саҡ шулай гәзит йома һайын йорттарына килеп тороуын, үҙҙәренә һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ.

Автор: Альфия Валиева
Читайте нас