Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
11 Июнь 2025, 13:43

“Табын” менән бергә булығыҙ!

“Табын”дың сираттағы бүләге Ибраһим ауылынан Дамир Рим улы Рәхмәтуллинға (һүрәттә) яҙған икән. Ул да үҙ өлөшөнә төшкән бүләген – фильтрлы бәләкәй сәйнүген беҙҙең һүҙҙәргә ҡушылып: “Эйе, дөйә лә, төймә лә бүләк”, - тип шатланып килеп алды.

“Табын” менән бергә булығыҙ!
“Табын” менән бергә булығыҙ!

Дамир тормош иптәше Эдита менән Эмилия, Диләрә исемле ҡыҙҙар, Батыр, Морат исемле улдар үҫтерәләр. Күпләп эре мал аҫрайҙар, умарта тоталар. Ғаилә башлығы үҙ хужалығындағы эш менән ҡайнаһа, хужабикә ауыл магазинында һатыусы булып эшләй. Рәхмәтуллиндар егәрле, уңған ғаилә булыуҙары менән дә айырылып тора.
- “Табын”ды даими алдырабыҙ. Гәзиттә бүләк отоусы булараҡ үҙебеҙҙең фамилияны күргәс шатландыҡ инде, - ти Дамир Рәхмәтуллин.
Хәҙер ауыл ерендә лә балаларҙың башҡортса һөйләшмәүҙәренә зарланабыҙ, ошолай үҙ телебеҙҙә сыҡҡан район гәзите өйгә килһә, балалар ҙа рухи аҙыҡ аласаҡ, улар ҙа үҙҙәренә кәрәген аңдарына һеңдереп, телебеҙҙе һаҡлауға бер аҙым тигән һүҙ бит. Шуға ла милли телебеҙҙә сыҡҡан гәзит булараҡ район баҫмаһы – “Табын” һәр өйгә килһен, үҙ телебеҙҙә уҡыйыҡ, һөйләшәйек, гәзит аша ла аралашайыҡ.

“Табын” менән бергә булығыҙ!
“Табын” менән бергә булығыҙ!
Автор: Альфия Валиева
Читайте нас