Табын ауылында йәшәүсе Ғәлиә Миңнияр ҡыҙы менән Миңнияр Закир улы (һүрәттә) шишәмбе көндөң иртәһендә үҙҙәренә яҙған һауыт-һаба йыйылмаһын мөхәрриребеҙ Гөлдәр Барый ҡыҙы ҡулынан шатланып килеп алды. Улар гәзит килгәс, таныш фамилияны күреп, бүләк отоуҙарын уҡып һөйөнгәндәр.
- “Табын”ды сыға башлағандан бирле алдырабыҙ. Гәзитһеҙ булмай инде ул, уның аша күп нәмәне беләһең бит, - тип һөйләп үтте улар.
“Табын”ға яҙылған квитанцияһын Ғәлиә апай үҙе редакцияға килтереп тапшырған булған. Улар ҡош-ҡорт аҫрап, баҡса үҫтереп көн күрәләр. Өс ул үҫтереп, хәҙер биш ейәнгә олатай-өләсәй ҙә булып сыҡты беҙҙең гәзиттең тоғро дуҫтары.
Һүҙ ыңғайында үҫеп килеүсе быуындың башҡортса һөйләшмәүҙәре тураһында ла әңгәмә ҡороп алдыҡ. Эйе, рухлы, үҙ телен белгән балалар үҫеүен теләһәк, өйгә милли телебеҙҙә сыҡҡан баҫманың килеүе лә мөһим. Әйҙәгеҙ, “Табын”ды алдырайыҡ, яҙылайыҡ, уҡыйыҡ һәм һәр саҡ бергә булайыҡ!