-5 °С
Болотло
Рәсәй Яҙыусылар берлегенең иң юғары наградаһы - "Әҙәбиәттәге ҡаҙаныштары өсөн" Почет билдәһе әҙәбиәтсе-ғалим, филология фәндәре докторы, профессор Ғиниәтулла Сәфиулла улы Ҡунафинға тапшырылды.
"Шоңҡар" журналының яуаплы сәркәтибе Венер Айҙар улы Исхаҡов Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡулынан һәм журналдың бүлек мөхәррире Рәзинә Ғилман ҡыҙы Зәйнетдинова матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығынан Маҡтау ҡағыҙҙары алды.
Яҡташтарыбыҙҙы ҡотлайбыҙ! Уларға ныҡлы һаулыҡ, именлек, яңынан-яңы уңыштар теләйбеҙ.