-5 °С
Болотло
Көн тәртибендә 2026 йылға пландар һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Ултырышта ижади берекмәгә яңы етәксе һайланып, барыһы ла бер тауыштан Гөлшат Әкрәм ҡыҙы Вәлиеваны “Мағаш тауышы” әҙәби берекмәһенең етәксеһе итеп күрһәтте. Ул үҙ сығышында ижадсыларға үҙенә ышаныс белдереүҙәренә рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, бергәләп әүҙем эшләргә саҡырҙы.
Ә аҙаҡ редакция хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән тәмле сәй артында һөйләшеү тағы ла дауам итте. Был осрашыу файҙалы һәм йәнле булды.