Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
27 Октябрь 2025, 15:00

Матбуғат-2026: Изге подписка дауам итә

#Изгеподписка#Табынгәзите#Добраяподписка#газетаТабын Һәр йылдағыса, "Изге подписка" акцияһына райондаштарыбыҙ ихлас ҡушылып, мохтаждарға, МХО-ла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләренә "Табын" гәзитен бүләк итә.

Матбуғат-2026: Изге подписка дауам итә
Матбуғат-2026: Изге подписка дауам итә

 Был йәһәттән Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Хәкимйән Сәфәрғолов күптәргә өлгө булып. Үткән йылдарҙа ул үҙе генә ауылдаштарына хатта йыллыҡ подписка бүләк ине. Быйыл иһә уның хеҙмәттәштәре - табип-терапевт Гүзәл Ноғоманова менән психолог Әлфиә Яҡшыбаева ла акцияға ҡушылып, Юлыҡ ауылынан махсус операция яугирҙарының әсәйҙәре Гөлфара Зәйнетдинова, Сәфәрбикә Моратова һәм Бибинур Аҙнағоловаға "Табын" гәзитен яҙҙырҙылар. Уларға "Афарин!" тип башҡаларҙы ла изге акцияға ҡушылырға саҡырабыҙ.
Һаулыҡ һағы хеҙмәткәрҙәре акцияның эстафетаһын ауылдаштары, "Табын" гәзите хәбәрселәре Мәрхәбә Собханғолова менән Индира Ишкинаға тапшырҙы.

Матбуғат-2026: Изге подписка дауам итә
Матбуғат-2026: Изге подписка дауам итә
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас