Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
1 Декабрь 2025, 09:00

Ташламалы осор башлана

Тәүге еңеүсе үҙенең бүләген алды. Тағы ла ике бәхетлене бүләктәре көтә.

Ташламалы осор башлана
Ташламалы осор башлана

Хөрмәтле гәзит уҡыусылар! “Табын” гәзитенең бүләктәр миҙгеле асылды! “Аҙна һайын бүләк” отошоноң тәүге еңеүсеһе Красноусолда Кейекбаев урамында йәшәүсе, үҙәк район дауаханаһының хирургия кабинетында яраларҙы бәйләү шәфҡәт туташы булып эшләүсе Лилиә Мөхәмәҙиева (һүрәттә)үҙенең бәхетенә яҙған сәй бешереү өсөн быяла сәйнүкте килеп алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
- Бик кәрәкле бүләк отоуыма бик шатмын. Красноусолда эш башлағас, фатирға төшөп йәшәйем һәм сәй бешереү сәйнүге һатып алырға кәрәк, тип уйлап ҡына йөрөй инем, уйымды белгән кеүек булды әле был бүләк. Тәүгеһенән яҙылдым һәм бүләкле лә булдым, - тине үҙенә яҙған бүләкте шатланып ҡулына алып Лилиә Мәжит ҡыҙы. - Үҙем Сәйетбаба ауылы ҡыҙымын. Салауат медицина училищеһын тамамлап, быйыл ғына Красноусол үҙәк район дауаханаһында эш башланым. Ғаиләбеҙҙә – атай-әсәйем, олатай-өләсәйем “Табын” гәзитен үҙемде беләрҙән алдырып уҡыйҙар, яҙылмай ҡалғандары юҡ. Миңә лә оҡшай гәзит, “Йондоҙнамә”, ҡотлауҙарҙы уҡырға яратам. Шуға ла үҙем айырым йәшәй башлағас та, гәзиттән айырылмаҫҡа ине иҫәп, район яңылыҡтарын башҡаса ҡайҙан белеп була? – тип бүләк өсөн рәхмәтле булып хушлашты ҡыҙ.
Бүләк отоусы Лилиәне ихлас ҡотлайбыҙ! Алда ла гәзит менән бергә булырына ышанабыҙ!

Автор: Индира Ишкина
Читайте нас