Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
20 Декабрь 2025, 10:00

"Иң ҡәҙерле бүләк ул "Табын" гәзите!"

“Табын”дың “Аҙна һайын бүләк” отошоноң сираттағы аҙна еңеүселәре әйтелгән ваҡытҡа бер-бер артлы килеп тә етте.

"Иң ҡәҙерле бүләк ул "Табын" гәзите!"
"Иң ҡәҙерле бүләк ул "Табын" гәзите!"

Ҡормантауҙан уҡытыусы-ветеран Фәнзилә Биктимерованың бүләген алырға ҡыҙы Рузилә Суфиянова килде. Рузилә лә атаһы-әсәһе кеүек, уҡытыусы, Красноусолдағы 1-се мәктәптә эшләй. Фәнзилә Асҡар ҡыҙы иһә ғүмере буйы Ҡормантау мәктәбендә башланғыс кластарға белем биргән, татар телен дә уҡытҡан. Һуңғы йылдарҙа Бурлы мәктәбендә эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған. Бүләк отоуы тураһында иң беренсе күрше-тирәһе һөйөнсөләгән. Район гәзитен даими алдырып ҡына ҡалмай, үҙе лә хеҙмәттәшлек иткән гәзит уҡыусыбыҙ ул Ф.Биктимерова, ҡағыҙ гәзиткә лә, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмөбөҙгә лә иғтибарлы, әүҙем икәнен күреп торабыҙ.
Фәнил Сәйет улы Ямалетдинов алыҫ Себер яҡтарында, Норильскиҙа йәшәп, эшләп, 3 йыл элек ғаиләһе менән Красноусолға ҡайтып төпләнгәндәр. Үҙе лә, ҡатыны ла Уҫман ауылынан икән.
- Бында ҡайтыу менән гәзиткә яҙылдым. Ситтә 51 йыл йәшәп, туған телде онота ла башлағайным. “Табын”ды уҡып, башҡорт телен яңынан асҡандай, бер ҡәҙерле әйберемде тапҡандай булдым, - ти 76 йәшлек уҙаман. – Гәзитте алыу менән, бер һүҙен ҡалдырмай уҡып сығам. Бүләк отоуымды ла шундуҡ күреп ҡалдым.
“Былай, үҙем юллыҡлы ғына ул. Бик йәшләй генә ҡырға уҡырға сығып киттек бит инде. Шулай бер, Табын ауылында машина көткәндә, почтанан лотерея билеты һатып алдым. Ул ваҡытта миңә 14-15 йәштәр булғандыр. Элек “Спортлото” тигән лотерея була торғайны бит. Шул билетҡа кер йыуыу машинаһы сыҡты. Заманына күрә ҙур отош булғайны”, - тип хәтирәләргә лә бирелеп алды ағай.
Бүләктәребеҙ тағы ла төрлө яҙмышлы ҡыҙыҡлы кешеләр менән осраштырҙы. Киләһе йылда ла “Табын” аша осрашып, аралашып торайыҡ, бүләктәребеҙ эйәләренә оҙаҡ хеҙмәт итһен!

Автор: Зифа Гайсина
Читайте нас