Бөтә яңылыҡтар
Матбуғат
30 Декабрь 2025, 09:00

Гәзитле лә, бүләкле лә булыу – ҙур ҡыуаныс!

“Табын”дың “Аҙна һайын бүләк” отошонда Юлыҡ ауылынан Рәис Абдрахманов бәхетенә әйләнмәле кәштә яҙғайны. Редакциянан бүләген шатланып килеп алды ул.

Рәис Ғәлинур улы ситкә сығып китеүҙе хуп күрмәй, тыуған ауылында төпләнергә ҡарар итә, ғаилә ҡора, бар булмышын йәнтөйәгенә бағышлап, “Мағаш” колхозында инженер, рәйес, мәктәптә “Техника серҙәрен өйрәтеү мастеры”, уҡытыусы, Юлыҡ урта мәктәбендә директор булып эшләй.
- Быйылғы йыл минең өсөн бүләктәр йылы булды. “Шоңҡар” журналына 2025 йылдың ярты йыллығына яҙылып, үтек отҡайным, Юлыҡ мәктәбенә бүләк иттем, йәнә “Табын” гәзите бүләкле итте. Ҙур рәхмәт һеҙгә, иҫән-һау эшләгеҙ, - тигән теләктәр менән хушлашты ул.
***
Гәзитебеҙҙең “Аҙна һайын бүләк отошоноң сираттағы еңеүселәре көндөң буранлап тороуына ҡарамаҫтан билдәләнгән ваҡытта редакцияға килеп тә еттеләр.
- Бик йөрөй алмаһам да ике йомошто бер һылтау итеп, машина һалдырып килдем, - ти Баҡраҡ ауылынан 75 йәшлек хеҙмәт ветераны Рәйфә Зәки ҡыҙы Шәрипова. – Үҙемде белә-белгәндән алып гәзиткә яҙыла торғас, бына, ниһайәт, яҙған бүләк миңә лә сыҡты. Шунан нисек килмәйһең инде. Бер юлы почтаға инеп тағы ла Татарстандың “Һепертке” тигән гәзитенә лә яҙылып сығам әле. Беҙҙә почта юҡ бит, машина менән килеп гәзит таратыусы Зөлфиә аша “Табын” менән “Йәшлек” кә генә яҙылғайным. Бер өйрәнгәс, тегенеһен дә уҡығы килә...
Рәйфә апай шулай йылдың-йылы ошо гәзитте алдыра икән. “Йәшлек”тән донъя хәбәрҙәре, Президент Путин тураһында уҡырға яратһа, “Табын”ды “вис уҡый” икән.
- Район гәзитен алдырып уҡырға кәрәк инде ул, ҡайҙа нимә бар, нимә эшләйҙәр, ниндәй яңылыҡтар бар – барыһы ла шунда бит. Халыҡ араһына бик сығып йөрөй алмағас, барыһын да гәзиттән уҡып беләбеҙ инде, - ти ул. Рәйфә Зәки ҡыҙы 35 йыл һауынсы булып эшләгән хөрмәтле хеҙмәт ветераны.
- Инәйем Хөсниә Шәрипова элекке “Ағиҙел” колхозының алдынғы һауынсыларының береһе булды. Яҡшы эшләгәне өсөн миҙалдары ла бар ине. Мин уның эшен дауам иттем инде. Үзбәк фермаһында эш башлағайным, аҙаҡ Баҡраҡҡа килен булып төшөп, ундағы фермала эшләнем. Колхоз бөтөп, ферма тарҡалғанға тиклем эшләнем дә ҡуйҙым, - тип үткән йылдарын иҫкә алды ул.
Гәзит кенә түгел, китап уҡырға ла ярата Рәйфә апай. Өйөндә булған китаптарҙы уҡып бөткәс, машина яллап Еҙем-Ҡаран китапханаһына барып, ҡосаҡ-ҡосаҡ китап алып ҡайтып уҡый икән.
- Китапханасы Гөлшат минең ниндәй китаптар яратыуымды белеп, икенсе килеүемә яңыларын әҙерләп тора,- ти ветеран. – Инәйем дә китап уҡырға әүәҫ ине.
Рәйфә Зәки ҡыҙын етеп килгән Яңы йыл менән ҡотлап, уның Ат йылына ниндәй уй-теләктәр, өмөттәр бағлауы тураһында һорашам.
- Һуғыштар бөтөп, илгә именлек, тыныслыҡ килһен тим. Тормош һәйбәт, пенсия килеп тора. Ана шул эшләгән йылдарҙың файҙаһын күреп, һәр кемгә иҫәнлектә-именлектә, тыныслыҡта йәшәргә яҙһын,- ти хеҙмәт ветераны Рәйфә Шәрипова һәм барса гәзит уҡыусыларҙы Яңы йыл менән ҡотлай.

Гәзитле лә, бүләкле лә булыу – ҙур ҡыуаныс!
Гәзитле лә, бүләкле лә булыу – ҙур ҡыуаныс!
Гәзитле лә, бүләкле лә булыу – ҙур ҡыуаныс!
Автор: Гульдар Кинзябаева
Читайте нас