Изге төйәгебеҙ – Ғафуриҙың данлы Сәйетбаба ауылында тыуып үҫкән, тыуған ауылы, ғәзиз Башҡортостаны, уның күп милләтле халҡы мәнфәғәтенә тоғро хеҙмәт иткән илһөйәр, эшһөйәр, талантлы улының хеҙмәт һәм тормош юлы күптәр өсөн ысын өлгө булып тора. Һеҙ һәр ваҡыт ижад өҫтөндә, хистәр донъяһында булып та башҡаларҙы ла онотмайһығыҙ, ҡәләмдәштәрегеҙгә эскерһеҙ ярҙам итәһегеҙ, ауылдаштарығыҙ, райондаштарығыҙ менән тығыҙ бәйләнештә йәшәйһегеҙ. Махсус хәрби операцияға һәм яугирҙарға арналған очерктарығыҙ, юлъяҙмаларығыҙ халыҡта ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, һәр өлөшөн матбуғат биттәренән һәм интернет селтәренән көтөп алып уҡынылар, һуңынан йөкмәткеле китаптарығыҙ сыҡты. Бында яҙылғандар үҙ мәлендә, үҙ күҙҙәрегеҙ менән күргәнде йөрәктән сығарып яҙылған тынғыһыҙ хеҙмәт емеше.
Матур юбилейығыҙ менән ҡотлап, ҡоростай һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ. Хоҙай Һеҙгә алда ла көс-ҡеүәт, дәрт-дарман биреп, тырышып эшләргә, илһамланып ижад итергә насип итһен.
“Табын”дар.