

Бүләк тә тейешле кешеһенә төртөп барып керәлер ул, тип уйлап ҡуйҙыҡ. Сәс өсөн ҡуллана торған әйберҙең өйҙә 4 ҡыҙ үҫтергән әсә өлөшөнә төшөүенә нисек шатланмайһың!?
3-сө класты тамамлаған 9 йәшлек Кәримә Таһир ҡыҙы гәзиттә әсәһенең бүләк отҡанын беренсе күреп, ғәзиз кешеһен һөйөнсөләгән.
- Бүләк отҡо килә бит инде, гәзиттә бүләк тотоп төшкәндәрҙе күреп, беҙ ҙә шулай отһаҡ ярар ине, ти торғайныҡ. Ысынлап та, оттоҡ бына. Исемлектә үҙебеҙҙе күргәс һөйөндөк, - тип, үҙҙәре менән таныштырҙы Розалия Ноғайғолова.
Регина, Рита, Лилиә, Кәримә исемле ҡыҙҙар үҫтергән әсә “Изгелек шишмәһе” халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгендә социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Күп ир-егеттәр кеүек үк, тормош иптәше Таһир Рәсүл улы Кәримов та 2023 йылдың ғинуарында контракт менән махсус хәрби операцияға юллана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яҡын кешеләре 2024 йылда яу яланында батырҙарса һәләк була. Ул колхоз гөрләп торған ваҡытта ауылда водитель, һуңынан төрлө ерҙә эшләгән. Тырыш ҡатыны донъя утын һүндермәй, мал тотоп, баҡса үҫтереп йәшәй. Уға ир-ат эшендә ағалары ярҙамлаша.
Бөгөн ҡыҙҙары әсәләренең йыуанысы ла, ҡыуанысы ла. Оло ҡыҙҙары Регина кейәүҙә, тормош иптәше менән Амур өлкәһенең Свободный ҡалаһында йәшәй. Ике ҡыҙы Өфө ҡалаһында эшләп йөрөй, ә бәләкәс Кәримә әсәһе янында, төп ярҙамсы. Ике телдә лә бик матур һөйләшкән, алсаҡ, һөймәлекле, гәзитте ентекле уҡып барған ҡыҙға ҡарап, уға журналист һөнәре бик урынлы булыр ине, тип тә юрап ҡалдыҡ. “Табын”дың бүләген ҡыуанып файҙаланырға яҙһын, үҙҙәренә һаулыҡ, именлек юлдаш булһын.
* * *
Гәзитебеҙҙең тағы бер бүләге – покрывал Красноусолдан Фаягөл Ғайсина өлөшөнә төшкән. Ул район мәғариф бүлегендә туҡланыу буйынса технолог булып эшләп йөрөй. Тормош иптәше Илшат менән Гөлшат исемле ҡыҙ үҫтерәләр.
- Гәзитте атай-әсәйҙәр алдырып, бәләкәйҙән күреп үҫкәс, электән уға һөйөү, шул йола дауам итә инде. Райондың матур йәшәгән, күп балалы ғаиләләре тураһында уҡыу ҡыҙыҡ, - ти Фаягөл Камил ҡыҙы.
Йәш ғаиләгә бүләктәрен иҫән-һау тотоноуҙарын, үҙҙәренә һаулыҡ, бар яҡлап та уңыштар теләйбеҙ.