

Исемле йыл сиктәрендә
Мәктәпкәсә белем биреү йылы тип иғлан ителгән 2026 йылда мәғариф бүлеге тарафынан саралар планы тормошҡа ашырыла. Ул тантаналы сараларҙы, педагогтар өсөн конкурстарҙы, ата-әсәләр өсөн аңлатыу акцияларын, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә һәм мәғариф ойошмаларының стендтарында остаздар һәм ветерандар тураһында мәҡәләләрҙе үҙ эсенә ала.
Апрель айында “Миләшкәй” балалар баҡсаһында йылды асыу тантанаһы үтте. Үткән уҡыу йылында районыбыҙ тәүге тапҡыр “Рәсәйҙең иң яҡшы инклюзив мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып, төбәк этабында “Әкиәт” балалар баҡсаһы “Иң яҡшы инклюзив балалар баҡсаһы” номинацияһында 2-се урын яуланы.
Шуныһы ҡыуаныслы: 20 август көнө Ишембай ҡалаһында мәғариф буйын-
са республика август кәңәшмәһе сиктәрендә, мәктәпкәсә белем биреүҙең педагогик тәжрибәләр фестивалендә Красноусол ауылының “Тирәккәй” балалар баҡсаһы үҙенең күргәҙмәһен тәҡдим итте.
19-22 майҙа “Сәләмәт туҡланыу - мәктәпкәсә йәштәге балалар һаулығы нигеҙе” тип аталған “түңәрәк өҫтәлдәр” Сәйетбаба һәм Яңғыҙҡайын ауылдары мәктәптәрендә, шулай уҡ Красноусол ауылының “Тирмәкәй” балалар баҡсаһы базаһында ойошторолдо.
“Тирәккәй” балалар баҡсаһының өлкән тәрбиәсеһе Гөлнара Айҙар ҡыҙы Мостафина Башҡортостан Республикаһының мәғариф лидерҙары кадрҙар проекты призёрҙары иҫәбенә инде.
Бөгөн беҙ мәктәпкәсә белем биреүҙә инклюзив мөхитте үҫтереүҙә мөһим аҙым яһайбыҙ – Красноусол ауылының “Әкиәт” балалар баҡсаһы базаһында аутизм спектры боҙолоуы булған балалар өсөн төркөм асабыҙ.
Яҡшы һөҙөмтәләр күрһәттек
Теләһә ниндәй ныҡлы бина ышаныслы нигеҙҙән башлана. Мәғарифта ла бындай нигеҙ булып, һис шикһеҙ, башланғыс мәктәп тора. Уҡыусыларҙың дөйөм һанының 30 процентынан ашыуы башланғыс звенола уҡый, уларҙың 292-һе - беренсе класс уҡыусылары. Башланғыс звеноның һөҙөмтәлелеге көндәлектәге билдәләр менән генә үлсәнмәй. Күпселек ғаиләләр өсөн уҡыу көнө эш көнөнән иртәрәк тамамлана. Был көсөргәнеште кәметеү һәм балалар өсөн уңайлы мөхит булдырыу өсөн оҙайтылған көн төркөмдәрен ойоштороу мәсьәләһе төп урынды биләй. Быйыл Красноусол мәктәптәрендә оҙайтылған көн төркөмдәрен асыу планлаштырыла. Бының өсөн штатҡа өс тәрбиәсе индерелде, әлеге төркөмдәрҙең эшмәкәрлеге өсөн шарттар булдырыу мәсьәләләре хәл ителәсәк.
Төп дөйөм белем биреү курсын 450 уҡыусы тамамланы, уларҙың 93 проценты аттестат алды, шуларҙың 37-һе - айырым өлгөләге аттестат.
Быйыл айырым өлгөләге аттестат һәм “Уҡыуҙағы айырым уңыштары өсөн” миҙалдары алған 11-се сығарылыш класс уҡыусыларының һаны артты - был 44 сығарылыш уҡыусыһы йәки 37 процент, был үткән йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк.
2026 йылда БДИ-ны 129 уҡыусы тапшырҙы, шул иҫәптән 10-сы кластың 11 уҡыусыһы рус теле һәм математика буйынса курсты ваҡытынан алда тамамлаған. Быйыл физиканан 100 баллыҡ һөҙөмтә күрһәтеүсебеҙ бар (М.В.Григорьева). 80 баллдан ашыу йыйыусылар - 61 уҡыусы, 90 баллдан ашыу - 16 уҡыусы, был үткән йылға ҡарағанда ике тапҡырға күберәк.
Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабында - 11 призёр: гимназия-интернаттан - 4, Красноусолдағы 2-се урта мәктәптән – 4,
1-се мәктәптән – 2 һәм 3-сө мәктәптән 1 призёр. Башҡорт теленән төбәк-ара олимпиаданың йомғаҡлау этабында бер еңеүсе һәм ике призёр: Сәйетбаба урта мәктәбе һәм гимназия-интернат уҡыусылары. Һынлы сәнғәт һәм черчение буйынса республика олимпиадаһында 47 призлы урын һәм Ю.А.Гагарин исемендәге Кубокка мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының республика этабында 2 еңеүсе.
Красноусол мәктәптәренән 9 уҡыусы “Йәштәр ауыл хужалығы кооперацияһы” проектында ҡатнашып, Өфө ҡалаһында ВДНХ-ла үҙ проекттары менән уңышлы сығыш яһаны.
Һәләтле балаларға йыл һайын муниципаль бюджет иҫәбенә Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының төбәк этабы, башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада, һынлы сәнғәт һәм черчение буйынса республика олимпиадаһы еңеүселәренә һәм призёрҙарына, миҙалға тамамлаған сығарылыш уҡыусыларына, республика һәм Бөтә Рәсәй ярыштарында яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән спортсыларға, шулай уҡ Берҙәм дәүләт имтиханында юғары һөҙөмтәләр күрһәткәндәргә муниципаль район хакимиәте башлығы премиялары тапшырыла.
Өҫтәмә белем биреү
Районда өҫтәмә белем биреүҙең 2 ойошмаһы эшләй - Балалар ижады үҙәге һәм Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе.
Уларҙа шөғөлләнеүсе уҡыусылар төрлө кимәлдәге (район, республика, бөтә Рәсәй) конкурстарҙа әүҙем ҡатнаша һәм яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә.
3-7 августа төбәктәрҙең мираҫы булараҡ тәбиғи объекттар тураһында XI фәнни-ғәмәли конференция үтте. Унда Рәсәйҙең 15 төбәгенән 40-тан ашыу эксперт ҡатнашты. Балалар ижады үҙәге педагогы Айрат Миңлебаев Урал алдының “Алтын ҡаҙаҡтар” геологик киҫелеше менән эш тәжрибәһен тәҡдим итте. 2026 йылдың июнендә Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан бүлексәһе гранты ярҙамында “ГеоСплав” күп көнлөк һыу походы ойошторолдо.
2025-2026 уҡыу йылында Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенә йәлеп ителгән балалар һаны 797 тәшкил итте. Әҙерлек 9 спорт төрө буйынса алып барылды. Йыл эсендә уҡыусылар 100-ҙән ашыу ярышта ҡатнашып, күп кенә призлы урындар яуланы.
Табын коррекция мәктәп-интернатының да уңыштарын билдәләмәй мөмкин түгел. Отличнигыбыҙ Станислав Сатлыков Рәсәй Геройы М.В.Серафимов исемендәге “Патриот” паркында мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн үткәрелгән слётта ҡатнашты. Июль айында мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн “Офоҡ” (“Горизонт”) республика профилле сменаһы үтте.
Ярҙам саралары
2025 йылдан Башҡортостан Башлығы Указына ярашлы, шифахана-курорт дауалауы рәүешендә өҫтәмә социаль ярҙам сараһы индерелде. Беҙҙең райондан 34 педагог ял итеп ҡайтты.
Ағымдағы йылда Красноусолдағы 1-се урта мәктәп “Ауыл уҡытыусыһы” программаһы сиктәрендә математика уҡытыусыһы Айгөл Рафаэль ҡыҙы Степанованы эшкә ҡабул итеүен билдәләп үтергә шатбыҙ. Шулай уҡ “Тирәккәй” балалар баҡсаһына һәм Ташлы ауылына ике йәш белгес-тәрбиәсе эшкә килде.
Ниндәй яңылыҡтар көтә?
2026 йылдың 1 сентябренән бөтә мәктәптәр ҙә электрон көндәлектәрҙең һәм журналдарҙың яңы платформаһына күсә. Районыбыҙҙың бөтә 19 мәғариф учреждениеһы ла Мәскәү электрон мәктәбенә (МЭШ) уңышлы тоташты.
Яңы мотлаҡ предмет – “Рәсәйҙең рухи-әхлаҡи мәҙәниәте”н 5-се класс уҡыусылары өйрәнә башлаясаҡ.
Йәмғиәтте өйрәнеү курсы 9-11-се кластарҙа ғына ҡаласаҡ. Тарих дәрестәренең сәғәт һаны арта. Уҡыу программаһына “Беҙҙең край тарихы” тигән яңы мотлаҡ модуль индерелә. 9-сы класта “Рәсәйҙең яңы тарихына инеш модуле” барлыҡҡа киләсәк.
Беренсе класс уҡыусылары өсөн өй эштәре бөтөрөлә. 5-се кластарҙа сит телдәр буйынса дәрестәр һаны өстән икегә тиклем ҡыҫҡартыласаҡ.
Дәрестән тыш эшмәкәрлек планына “Мөһим нәмәләр тураһында һөйләшеүҙәр”, “Рәсәй - минең офоҡтарым”, “Рәсәй бөркөттәре”, “Хәрби уҡыу йыйындары”/”Башланғыс хәрби әҙерлек”, шулай уҡ финанс грамоталылығы һәм тарихи-ағартыу буйынса программалар мотлаҡ индерелергә тейеш.
Урта дөйөм белем биреүҙең яңыртылған Дәүләт белем биреү стандарты 2027 йылдың 1 сентябренән үҙ көсөнә инә. Беҙҙең алда бөтә үҙгәрештәргә лә планлы рәүештә әҙерләнеү өсөн бер йыл ваҡыт бар.
Иғтибарығыҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Яңы уҡыу йылы менән!
Барығыҙға ла күтәренке кәйеф, хәйерле юлдар!