+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Ноябрь 2016, 18:09

Гүзәлдәрҙән-гүзәл әсәйҙәр

Шундай кешеләр була, улар янында тыныс, рәхәт, күңел илаһи бер һиллек менән тула. Ундай кешеләрҙең бар булмышы йәмдән, йылылыҡтан тора.Тап шундай ҡатын-ҡыҙҙар "Ханым” клубын йәмләй. Йәш ҡыҙҙарҙай етеҙ, тәмле телле, асыҡ йөҙлө, йомшаҡ күңелле бер төркөм ҡатындар беҙҙең клубҡа әүҙем йөрөй.

Улар араһында төрлө һөнәр эйәләре бар. Айһылыу Муллагилдина – Үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһында, Тәнзилә Вахитова гимназияла эшләп, хаҡлы ялға туҡтаған, ә бер төркөм мөләйем ҡатындар йыраҡ Себер яҡтарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡас, тыуған яҡтарына ҡайтҡандар. Улар – Гөлшат Рафиҡова, Рәшиҙә һәм Резеда Хисаметдиновалар, Рима Зәйнуллина. Ә ғүмере буйы мәҙәниәт йорто директоры булып эшләгән, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Альфира Әмированы районда белмәгән кеше юҡтыр. Әлеге көндә мәҙәниәт һарайында эшләгән Рәсилә Исхаҡова, Файруза Рәхмәтуллина һәм Альфира Зөлҡәрнәеваға һоҡланмау мөмкин түгел. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Хәбибуллина менән Гөлфирә Бәширова "Ханым” клубында йыр-моңдо йәнләндереүгә ҙур өлөш индерә.

Был ҡатындарҙың һәр ҡайһыһы балалар үҫтергән, әле ейән-ейәнсәрҙәрен яратҡан, ҡайны-ҡәйнәһенә хеҙмәт иткән, ғаиләһендә татыулыҡ, матурлыҡ һаҡлаған, һәр береһе тырышып хеҙмәт иткән, әлеге ваҡытта күбеһе хаҡлы ялда. Ошо тәжрибәле, мөләйем ханымдарҙың беҙҙең мәҙәниәт һарайында рухи байлыҡ тапҡанына һөйөнәм. Улар йыр-моңға әүәҫтәр, ҡул эштәре, аш-һыу оҫталары ла. Һәр береһе һөйләшкәндә йәнеңә үтеп керә, ҡыҙыҡлы әңгәмә ҡора белә.

Әлеге ваҡытта улар менән күмәк йырҙар өйрәнеп, төрлө концерттарҙа сығыш яһап, дәртләнеп йәшәйбеҙ. Ҡарап тороуға яп-ябай кеүектәр үҙҙәре, әммә бай күңелле, ихтирамға лайыҡтар. Алдыбыҙға ҙур пландар ҡороп, яңы йырҙар өйрәнеп, фольклор-йолалар әҙерләп, тамашасыларҙы һөйөндөрөрбеҙ әле.

"Ханым” клубы һәр саҡ йәшнәп йәшәр, тип ышанабыҙ. Гүзәл сәскәләрҙәй һөйкөмлө ҡатындар, тормоштоң биҙәге, йәме лә улар. Әсәйҙәр көнө менән һеҙҙе, аралашып йәшәйек.

Зәйтүнә ЗӘЙНЕШЕВА,

"Ханым” клубы етәксеһе.
Читайте нас: