-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
9 Ғинуар 2017, 22:27

Яңы йылды яңы кафела

Яңы йыл алдынан ғына Красноусолда шәхси эшҡыуарҙар Рузалия һәм Миңлебулат Әбүләевтарҙың өр-яңы кафеһын асыу сараһы үтте.

Һеҙ эшҡыуарлыҡта өҫтөнлөклө йүнәлештәрҙең береһен – халыҡты хеҙмәтләндереү өлкәһен һайлап дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Ауырлыҡтарҙан ҡурҡып тормайынса, үҙ көсөгөҙгә генә таянып шундай матур кафе асыуығыҙ менән райондың иҡтисади үҫешенә үҙ өлөшөгөҙҙө индереүегеҙ, яңы эш урындары булдырыуығыҙ өсөн рәхмәт. Һеҙҙең ҡунаҡсыл кафеғыҙҙан бер ҡасан да кеше өҙөлмәһен, - тине Фуат Зәки улы.

Ысынлап та, «Ҡапҡылап сыҡ Булатта» исемле кафела үҙенсәлекле бай меню төҙөлгән – билмән, манты, шешлек, люля-кебабтан тыш, тандырҙа бешерелгән һәм вулкан ташында әҙерләнгән ит ризыҡтары һәр кемдең күңеленә хуш килер тип ышана Әбүләевтар. Кафелағы бар төҙөлөш эштәрен (яҡтылыҡ, һыу, йылылыҡ үткәреү һ.б.) Миңлебулат Һаҙый улы үҙе башҡарған. Өҫтәүенә телеңде йоторлоҡ люля-кебаб, шешлек, манты, чебуректарҙы ла үҙе әҙерләй хужа кеше.

Киләсәккә пландары менән дә уртаҡлашты Рузалия һәм Миңлебулат Әбүләевтар. Юл аша ғына урынлашасаҡ сауҙа комплексын улар йәйгә асырға йыйыналар. Уңған, тәүәккәл эшҡыуарҙарға уңыштар, уй-хыялдарының тормошҡа ашыуын теләргә генә ҡала.
Читайте нас: