+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 12:06

Алдыр, уҡы һәм тарат!

Республика баҫмалары араһында «Тамаша» журналы айырылып тора. Сөнки ул Башҡортостан мәҙәниәтенең үткәне, бөгөнгө хәле һәм киләсәген яҙа. Шуға был журналды ҡала, район, ауыл мәҙәниәт усаҡтары көтөп ала.

Республика баҫмалары араһында «Тамаша» журналы айырылып тора. Сөнки ул Башҡортостан мәҙәниәтенең үткәне, бөгөнгө хәле һәм киләсәген яҙа. Шуға был журналды ҡала, район, ауыл мәҙәниәт усаҡтары көтөп ала.

Журналда һәр саҡ ҡыҙыҡлы конкурстар булып тора. Мәҫәлән, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡытыусыларына төрлө кисә, байрам ойоштороуҙа бик файҙалы «Сценарийҙар конкурсы»н быйыл яңыртып ебәрергә ниәтләйбеҙ.

Журналыбыҙҙа шулай уҡ йырҙар, юморескалар, төрлө сканвордтар баҫыла.

Сит ил, Рәсәй, Башҡортостан мәҙәниәт, сәнғәт яңылыҡтары, йәш таланттар, арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәренең уңыш серҙәре хаҡындағы мәҡәләләр даими баҫыла журнал битендә. "Мәҙәни усаҡтар"ҙа республикабыҙҙың район-ҡалалары, унда эшләгән мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тураһында бәйән итә. "Замандашыбыҙ", "Тамаша ҡунағы" рубрикаларында уҡыусыларыбыҙ ил шәхестәре менән яҡындан таныша. Тағы ла “Юмор һәм сатира”, “Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр”, “Әхирәттәр клубы”... Яңыраҡ “Ағинәйҙәр клубы” тигән яңы рубрика асылды.

Әле һәр урында “Тамаша”ға яҙылыу бара. Почта бүлексәләре һеҙҙе көтә, хөрмәтле журнал уҡыусыларыбыҙ. Сер итеп кенә әйтәбеҙ: “Тамаша”ны туғандарығыҙға, ата-

әсәйҙәрегеҙгә, дуҫтарығыҙға бүләк итеп яҙҙырта алаһығыҙ – хаҡы осһоҙ – 1 йылға 499 һум 27 тин. Индексы: П 3392.

Мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһы һеҙҙе көтә!


Читайте нас: