+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Ноябрь 2017, 18:05

Эшҡыуарҙар иғтибарына! Ҡыҫҡа ваҡытлы курстар

20 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Өфө ҡалаһында яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы уҡытыу курстары ойошторола.

20 ноябрҙән 2 декабргә тиклем Өфө ҡалаһында яңы эш башлаусы эшҡыуарҙар өсөн ҡыҫҡа ваҡытлы уҡытыу курстары ойошторола.

Курстар Башҡортостан Республикаһы биләмәһендә йәшәүсе, түбәндәге категория граждандар: үҙ эшен асҡан бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттары; эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлеген бойомға ашырырға теләүселәр; уҡыу йорттарының сығарылыш курс студенттары; эшһеҙ граждандар; 2016-2017 йылдарҙа бизнестың аяҡҡа баҫыуының башланғыс осоронда субсидия рәүешендә финанс ярҙамы алған эшҡыуарҙар өсөн тәғәйенләнгән.

Курстың маҡсаты – яңы эш башлаусы эшҡыуарҙарҙа бизнесты алып барыуҙы ойошторорға булышлыҡ итерлек база белеме һәм күнекмәләре булдырыу. Курстар Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 15-се йортта, 102-се бүлмәлә уҙғарыла, 2017 йылдың 20 ноябренән 2 декабренә тиклем бара, дәрестәр 16.00 сәғәттә башлана.

Курстарға 2-18-72, 2-24-49, 8-965-945-08-13 телефондары буйынса шылтыратып йәки 17 ноябргә тиклем муниципаль район хакимиәтенең иҡтисади үҫеш бүлегенә мөрәжәғәт итеп яҙылырға була.


Читайте нас: